Мин иҫерҙем серле ҡарашыңдан,
Мин иҫерҙем ҡайнар тыныңдан,
Мин иҫерҙем һутлы иренеңдән,
Мин иҫерҙем сихри моңоңдан.
Ҡарашың юҡ — мин дә ап-айныҡ,
Ҡайнар һулышың юҡ — мин айныҡ,
Ут хистәрең өтмәй — мин айныҡ,
Көмөш тауышың сыҡмай — мин айныҡ…
Айныҡ көйө ятып үлерлек,
Иҫерт мине, иҫерт ғүмерлек!..