Мин аңлайым,
Һиңә еңел түгел
Йәшереп һөйөү, йәшереп яратыу,
Йөрәгеңде өтөп барған ҡуҙҙы
Өнһөҙ генә эскә таратыу.
Еңел түгел
яттар араһында
Күҙҙәр менән генә аңлашыу,
Ҡараштарға ҡайнар хистәр тейәп,
Бер күрешеү өсөн тау ашыу.
Йөрәгеңде өткән ҡуҙҙар яйлап
Күҙҙәреңдә һүнә һыҙланып...
«Мин йәшәйем, — тиһең, —
Йәшерелгән
Шул ҡуҙҙарҙан ғына ҡуҙланып...»