Ат менән ҡарт

1

 

Күпме йүгерҙе ул, күпме сапты

Өлгөрөргә ҡыр(ы)ҡ эшенә,

Ҡыр(ы)ҡ тараф уны көткән саҡта,

Бушаманы ҡырын төшөргә;

Тын алырға туҡтап бер минутҡа,

Урамдарҙан яйлап үтергә,

Бер мәртәбә тыныс ҡына йоҡлап,

Ҡояш сығыуҙарын көтөргә...

 

Бушаманы, форсаты булманы.

Гел  ашыҡты, мәңге ярһыны;

Яттыр эреләнеү йә ваҡланыу,

Ситен булды уға тарһыныу...

 

Бына әле, бушап мәшәҡәттән,

Йүгереүҙән бер аҙ туҡталып,

Ултыра ҡарт халыҡ араһында.

Үҙ эшенә ситтән һоҡланып...

 

2

 

Йөк аты ла шулай:

Тарта көн дә

Ҡушылғанды, ҡушылмағанды.

Сыбыртҡыһыҙ тарта ат яҡшыһы

Ашыҡҡанды,  ашыҡмағанды.

 

Инде  бына ҡамыттан ҡотолоп,

Рәхәтләнеп ерҙә бер аунап,

Сапҡан тай-тулаҡҡа ҡарап тора,

Уҙған-кисергәнен күҙаллап.

 

Өйкәмәй ҙә ҡамыт күк елкәһен,

Әммә өйкәй бер уй күңелен:

«Оҙаҡҡараҡ китте  екмәүҙәре,

Ҡуйҙылармы минән төңөлөп?..»

 

3

 

Йәлләһәләр,

Һанға  һуҡмаһалар,

Бабай әрней ғәрлек утында;

Үҙен тоя,

Инде егелмәҫкә

Туғарылған ҡарт йөк атындай.

 

Көндә шулай:

Иртүк килеп тора

Барырға тип эшкә, йән атып…

Тик иҫенә төшә

Егелмәҫкә

Туғарылған теге йөк аты.