Май таңында сыҡһаң йәйләүҙәргә,
Кәкүк тауыштарын ишетеп,
Юлың уңыр, ҡыҙый, һөйөүемде
Йөрәгеңә алһаң иш итеп.
Күҙ йәштәрең, сулпы тамсы булып,
Таммаҫ Иҙел буйы ҡаяға:
Яңғыҙ кәкүк булып үтмәҫ, тимен,
Ғәзиз ғүмеркәйең заяға.
Таңдарыңдың боҙһам хозурлығын,
Һанамаһаң мине иш итеп,
Иҙел ташҡындары юлым быуһын,
Ҡая-таштар төшһөн ишелеп...