Мауыҙҙы күле

 

Нимә бәйән итә аҡ тулҡындар,

Тулап-тулап ярға һуғылып?

Мауыҙҙының серле дәһшәтенән

Йөрәккәйҙәр ҡуя һығылып.

 

Әллә утыҙ башлы аждаһаны

Һөйрәп үрәпсейме тулҡындар? —

Күперектәрен сәсеп ажғырғанда,

Сал ҡаялар сүгә һулҡылдап...

 

Ҡубып микән туфан ғәрәсәте,

Ҡапыл ғына күҙҙе бәйләне? —

Күл төбөнән сыҡҡан сысҡан һыртлы

 Йылҡыларҙы һана әйләнеп!..

 

Хатта айлы кис тә ҡот өҫтәмәй

Күлдең ҡырыҫ, ҡурғаш төҫөнә;

Мин йәшенеп, бағам

Һыуһылыуҙың

Сәс тарауын Өйташ өҫтөндә...

 

Рәт-рәт килгән ауыр дәү тулҡындар

Һөйләй берен-бере уҙышып:

«Күптәр,

беҙҙең

менән

яғалашып

Тороп

ҡалды

йылдар

төпкөлөндә

Сүптәй

туҙышып

йә  аҙашып...»

 

Аҡ тулҡындар,

аҡыл эйәһеләй,

Ғәйрәт сәсеп, ташып ярһый ҙа

Бер  саҡ тына;

Олпат, сабыр ғына

Кәңәш-ҡорға мине саҡыра...

 

Эй Мауыҙҙы! —

Гәлсәр һыулы туҫтаҡ,—

Холҡоң хәтәр, әммә килешәм:

Һин ажарлы, серле булған һайын

Ынтылалар һиңә кешеләр...

 

[1]  Мауыҙҙы (йәғни Аждаһалы) күле – Әбйәлил районындаға иң ҙур күлдәрҙең береһе. Уның буйында хәҙер “Яҡтыгүл” шифаханаһы һәм ял йорттары урынлашҡан. (Автор).