Ләйләгә

Һин ҡалала тыуып үҫһәң дә,
Шаулы ҡаланы үҙ итһәң дә,
Бел: тыуған ер — Ҡырҡты буйҙары,
Мәмбәттауҙың әсе баланы,
Баҫыуҙағы һабан турғайы;
Тыуған ер ул — дала ҡылғаны,
Ата-балаларҙың ҡорғаны...
Тыуған ерең — һалҡын Таналыҡ,
Ҡалған шиңеп — яры таланып;
Тыуған ерең — йырҙа данланған
Шаһибәрәк һыуы — Аналыҡ;
Һиңә ҡалған ырыҫ-даланың —
Ата-бабаларың далаһы
Йәшәтә бит һаман ҡаланы...
Тыуған ерең — ауыл кистәре,
Апай-еңгәйҙәрең хистәре,
Ҡәрсәйеңдең һүнмәҫ (ы)рухы,
Телебеҙҙең бөйөк ҡот-уты.
Тыуған ерең — балаҫ нағышы,
Ҡумыҙ сыңы, ҡурай һағышы,
Ҡоралайҙың тояҡ тауышы...
Шулар бөтһә — бөтөр тыуған ил,
Йәнебеҙҙә уйнар ҡыуан ел...