Әллә ниндәй яҙ был...

Әллә ниндәй яҙ был, әллә ниндәй:
йылыһына һаран, наҙына.
Ҡоштар ҡайтҡан кеүек
йыш ҡайтамын
Бала саҡтың йылы наҙына.

Әллә инде сыға Еребеҙҙән
Быуат буйы йыйған һыуығы?
Әллә инде үҙен быуып бара
Быуат буйы йотҡан ағыуы?..

Әллә ниндәй булды быйылғы яҙ –
Оҡшаманы зәңгәр яҙҙарға.
Мин һоҡланып бағыр һипкелен дә
Һаран ғына һипте ҡыҙҙарға.

Әллә ниндәй яҙ был –
бер йылыһыҙ,
Йөрәк өшөй, күңел күшегә.
Әллә Йыһан,
холҡобоҙҙан биҙеп,
Ҡатырғана микән кешегә?..
2000.