Әллә ниндәй булды был көн...

Әллә ниндәй булды был көн:
Йә дауыл да, йә ҡояш.
Берсә күҙ асҡыһыҙ буран,
Йә йыһан йәшен ҡоя...

Күңелемдә диңгеҙ шаулай,
Үкерә аҡ тулҡындар.
Елгәреп болот кәпәсен,
Илай тауҙар һулҡылдап...

Урын тапмайым йәнемә,
Бәреләм дә һуғылам.
Һин эргәмдә лә,
түгел дә,
Бер туңам,
бер ҡурылам.