Ҡыҙҙар һағышы

Эй йырлайҙар кисен ҡатын-ҡыҙҙар,
Яҙмышҡамы ҡарғыш белдереп,
Ҡайҙа бара инде был донъялар
Ғүмерҙәрҙе ватып, бөлдөрөп?

Ҡатындарҙың әсе хаҡ яҙмышы
Ҡаныҡҡанмы зарлы йырҙарға,
Бармы сара ҡыҙҙар бәхеттәрен
Яҙмыш ҡулдарынан урларға?

Йәшәү — ғазап булһа,
Гүзәл затҡа
Гел алданыпмы ни йәшәргә?
Һөйөү татын, хистәр шараптарын
Хыялдамы ҡала эсергә?..

О, юҡ! —
Йәнем әрнеп һөрән һала,
Һеҙһеҙ — ҡара яҡты донъялар.
Эй гүзәлдәр!
Һағыш-моңоғоҙҙан
Көн уяна,
йыһан тын ҡала...