Ҡыҙым ауырығанда

Нисә көн ҡулымда ҡыҙ балам
Бәүелә, йоҡламай алыша,
Тик ятмай, тын тормай аҙ ғына;
Гүйә, ул — ҡолонсаҡ, ярыша,
Иреккә күнеккән йәнлектәй,
Әй елә, эҙләп үҙ мөхитен,
Һәм тарый бәләгә,
Һин күпме
Торһаң да әпәүләп, өф итеп...

Сабый ҙа,
хас ҡолон,
Еңәрмән,
Алыҫ та, яҡын да ебәрмәй,
Эҫе лә, һыуыҡ та тейерҙәй,
Булһаң да йәнеңде бирерҙәй...

Бәүетәм ҡыҙымды, бәүетәм,
Беләктә ята ул иҙ(е)рәп.
Бүлмәлә сайҡалам, кәйеләм,
Һауыҡһын ине, тим, тиҙерәк...

Гүйә, мин — бер һалдат:
Беләккә
Һалам да ташыйым снаряд,
Именлек өсөн хаҡ көрәштә
Бер үҙем — өс тупсы, өс наряд…

Ҡыҙым күҙ алдымда үҫәсәк,
Быны ул ҙурайғас беләсәк;
Бала саҡ — бәлә саҡ,
Шулай ҙа
Ҡулымда ята бит — киләсәк!..

Нисә көн тыныслыҡ табалмай,
Ҡулдарым... ҡәләмгә ынтыла,
Яҙырға ялбара, һыҙлана,
Нисә көн интегәм яҙалмай —
Яуҙа ут һораған һалдаттай...

Нисә көн ҡулымда — ҡыҙ балам...
Сирҙе ул барыбер еңәсәк!..
Нисә көн ҡулдарым һыҙлана,
Ҡулымда бәүелә — киләсәк...