Өләсәңдең серле хәтирәһе
Зыңлай һаман,
осҡан уҡ һымаҡ:
Дала ябып үҫкән ҡыҙыл ләлә –
Һырттар өҫтө ләүкей, ут һымаҡ.
Йәйрәп ятҡан типһен шул далала
Яҙын сәскә кисеп - наҙ кисеп,
Ҡымыҙ эсеп үҫкән ауан башҡорт
Ирек йәнле булмай - йә нисек!?
Һиндә лә бит - дала һиҫкәндергән
Ат тояҡтарының ярһыуы,
Йәнеңдә гел - еле ҡылғандарҙың,
Күҙҙәреңдә – яуҙар ялҡыны.
Урал-тауҙан алып Хазарғаса
Йәйрәп ята ҡыпсаҡ далаһы,
Һин үҙең дә дала ләләһендәй,
Ҡыпсаҡ ҡыҙы, моңло балаһы.
Бөйөк Һырттың шиңмәҫ ләләләре
Йыл да тишер дала ҡыртышын.
Ҡыпсаҡ ҡыҙы
күпме замандарҙың
Иләҫ - миләҫ итер йыртышын...
Өләсәңдең серле хәтирәһе
Күҙ алдымда әле тулҡына:
Ут сәскәләр ҡаплай Оло Һыртты,-
Йөрәгемә ҡаба ялҡыны.
Һарытау - Кәмәлек,
2002.