Ҡыңғырау сәскә

Тау-таштарҙы үҫкән ярып
Ҡырыҫ сәскә — ҡыңғырау.
Ҡыңғырау сәскә сыңдары
Ҡолағымда яңғырай.

Үҙәктәрҙе өҙә инде —
Шундай моңло сыңғырау.
Ҡыңғырау ҡаға сәскәләр,
Ник йөрәгең һаңғырау?

Йөрөнөм тауҙа һоҡланып:
Сәскә үҫкән суҡланып.
Ҡыңғырау сәскә сыңына
Көлөүҙәрең оҡшаны.

Менәйексе тау башына,
Эй саҡыра ҡыңғырау!..
Йөрәгем ҡаға ҡыңғырау,
Тик һин генә һаңғырау,
Ник һин генә һаңғырау?!.