Ҡына гөл. Һандуғас

Әсәйемдең ҡына гөлө
Тәҙрә төбөн ҡаплаған.
Тәҙрә төбөн ҡаплаһа ла
Әле сәскә атмаған.

Яҙҙар етер, һандуғастар
Баҡсаға ҡайтыр әле.
Әсәйемдең ҡына гөлө
Сәскәһен атыр әле.

Һандуғастар баҡсабыҙҙа
Һайрап таңды бер итер!
Ҡына гөлө кеүек
Ғүмер
Донъяға йәм-нур һибер.

Ҡына гөлдәрҙе һулытып,
Көҙҙәр ҙә килеп етер.
Һандуғас моңдары һымаҡ
Ғүмерҙәр үтер-китер...

Әсәйемдең ҡына гөлө
Тәҙрә төбөн ҡаплаған.
Һандуғастар үҙәк өҙөр —
Йәнемә ут ҡапмаға!..
2000.