Күҙҙәреңде ассы...

Донъя ниндәй матур,
ниндәй гүзәл!..
Күҙҙәреңде ассы, ҡарағаш!
Баш осоңда,
Ағайҙарың кеүек,
Һаҡҡа баҫҡан күпме ҡарағас.

Ана имән,
Йомарт олатайҙай,
Услап-услап һибә тубырсыҡ,
Ергә төшкән һәр бер орлоҡтан да
Имән кеүек ирҙәр тыуырлыҡ.

Алдарыңда ҡара урман ҡалҡһа,
Ташла алға көмөш тарағың,
Юл ярылып китер офоҡҡаса,
Саҡырып торор бар дүрт тарафың.

Яндарыңда ярһып мин барырмын,
Һинән дарман,
бөтмәҫ нур алып.
Бар кәртәләр ауып ятып ҡалыр,
Сырмалсыҡтай ғына уралып...

Донъяларым сикһеҙ балҡып китер,
Һин һирпелеп кенә ҡарағас,
Баш осоңда моңһоу баҫып торам,
Күҙҙәреңде ассы,
ҡарағаш!..