Күҙҙәр

Рәхимле лә күҙҙәр – күлдәр кеүек,
Сафлығынан үтә күренә.
Дауыл ҡупһа, күл дә болоҡһой бит,
Йөҙөн боҙа, йонсоу күренә;
Ә күҙҙәрҙә яҡты һүрелә.

Май күгендәй киңлек был күҙҙәрҙә,
Сәскәләрҙең хуш еҫ бөркөүе.
Күк болотлай, бер саҡ сәскә һулый, -
Күҙҙәр һаҡлай төҫөн бер көйө,
Йылдарға тиң нурлы бер көнө.

Ошо яҡын күҙҙәр йөрәктәргә
Ялҡын өҫтәй, бирмәй һүнергә.
Ғүмер мәңге түгел – күлдәй кибә,
Тик шул күҙҙәр ҡала күңелдә, -
Нурҙы мөмкин түгел күмергә.