Ҡуйын дәфтәре

Юғалттым мин ҡуйын дәфтәремде,

Кем табышыр икән, эҙләһәм?

Ә табаһы ине!-

Унда һыйған

Фекер орлоҡтары йөҙләгән.

 

Ул орлоҡтар, усҡа йыйһаң әгәр,

Һипһәң ипләп ап-аҡ яланға,

Әллә күпме шытым бирер ине,

Уңыш тирер инем даланға!..

 

Эх, табаһы ине шул дәфтәрҙе! –

Усҡа ғына һыйыр йәдкәрҙе.

Ул бит миңә

Ил хәтере аша

Атай йырын тәүләп еткерҙе.

 

Атай йыры,

тәү яңғырау менән,

Шул дәфтәргә төштө ҡуҙ булып.

Өтөп алды усты йыр ялҡыны,

Йомарланып яныр туҙ булып...

Өтөп алды усты ҡуҙ булып...

 

2008.