«Күстәнәскә ҡорот, май ал», - тине
Киткәнемдә әсәй ҡалаға.
Асыҡмаҫымды ла белә, әммә
Ризыҡ менән сыҡһын, ти, бала.
«Аҙыҡлының аты арымаҫ», - тип,
Әсәй һалды майын-ҡоротон.
Юҡҡа ғына әйтмәгәндәр икән
Ауыҙ ғына һыуын ҡоротоп:
Сыҡҡан саҡта ир-ат яу юлына
Ҡуржынында алған ҡорот-май...
Тәғәйенен генә алған улар,
Ил-йорттоң да ҡотон ҡоротмай.
Ҡаҡлаған ит, ҡаҙы, ҡурҙағын да
Эремсеген, талҡан... башҡаһын,
Ауыҙынан өҙөп биргән халҡым,
Тик һау ҡайтһын ир-ат башҡайы...
Ҡунаҡ ҡайтмаҫ беҙҙән күстәнәсһеҙ...
Мин дә алам майын-ҡоротон.
«Туғндарым! Рәхмәт инде!» – тимен,
Ауыҙғынам һыуын ҡоротоп...
8 август 2014.