Ҡурайсы ҡыҙҙары

 

Мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың

ике бөртөк ҡыҙы — Фәриғә менән

Рафиға апайҙарға

 

Һеҙҙе берләштергән бөйөк асыш —

Ябай  ғына ҡурай, ҡурайсы,

Әсир итер  сихри  моңо  менән

Донъяларҙы бергә  ураусы.

 

Фәриғәм тип, йәнә Рафиғам тип, 

Өҙөлгәндер атай йөрәге.

Сулпылар сыңлатып бейер мәлдә

Булғанһығыҙ илдең терәге.

 

Ысмаҡ биләнендә яңғыраһа

Торналарҙың сазы яҙҙарын,

Биләүҙәрҙән таныш ҡурайҡайҙың

Бәғерҙәрҙе өҙә наҙҙары.

 

Баласағығыҙҙың шат шаһиты —

Таналыҡҡай ағыр, арымаҫ.

Атайығыҙҙың да моң даръяһы

Тулҡын-тулҡын ҡағыр, һайыҡмаҫ.

 

Тыйыуҙарҙы үтеп, донъя айҡап,

Ҡайта Моң да, белмәй һуңлауҙы...

Айырмаһын һеҙҙе ят тауыштар,

Яҡынайтһын ҡурай моңдары.

 

* * *

Ер аҫтынан килә ҡурай моңо...

Кемдер шулай таба икмәген —

Буран тимәй,  ғыжлап ҡурай тарта

Заманымдың моңло имгәге.

 

Аяҡтарға ҡарғып ҡар урала,

Яғаларҙан ала ас буран,

Ер аҫтынан урғый ҡурай моңо,

Аяҡ үрә тыңлай бар урам...

 

Йомабайҙар, Ишмуллалар менән

Донъя  урағанда шул ҡурай,

Күкрәк кирһен, тиеп, башҡорт моңо

Фатихаһын биргән сал Урал...

 

Әй билдәһеҙ хәйерсе ҡурайсы,

Иҫкә алдым данын ҡурайҙың,

Ер аҫты юлынан үткәнемдә,

Туҡтап тороп бер аҙ яндарыңда

Әсе яҙмышыңдан моңайҙым.

 

Эй заманым!

Нисек арзанайҙың?!

Башыңда ел уйнай — хас урам!..

Ер  аҫтында

әрнеп илай ҡурай,

Ер өҫтөндә

олой ас буран...