Айытбайға
Таңатарҙың һалҡын ҡоҙоҡ һыуын
Танһыҡ күреп эсәм һыуһынға...
Төшөмдәме күрҙем был хөрмәтте –
Һыуһынға тип берәү һыу һона.
Төштә түгел, төндә, өндә булды
Ҡәҙер-хөрмәт итеп һыу һонған...
Эх!
Шул ҡоҙоҡто алып йөрөп булһа
Үҙең менән бергә - һыуһынға!..