Көҙгө төҫтәр, көҙгө һағыштар

***
Урманда көҙ - төҫтәр йәрминкәһе!
Нурҙарҙың юҡ ниндәй генәһе?!
Тартынмайса сәнғәт һарайына
Уйһыҙ-моңһоҙ нисек инәһе?!
Төҫ мәктәбе, биҙәктәр баҙары!
Күргәҙмәләр артта һөйрәлә...
Бында көҙөн - иң төп оҫтахана!-
Тәбиғәттән от, ҡал өйрәнеп!

Юҡ, кәрәкмәй һүҙҙәр!
Кәрәк күҙҙәр.
Көҙ ул - күҙ ул:
төҫ,
нур,
биҙәктәр...
Маңлай күҙе генә - һуҡыр бында.
Хыял күҙең күрһен зирәктән!..

***
Иҫтәр китә ҡай саҡ тәбиғәттең
Ҡоторғанда биҙәк төҫтәре.
Көҙ еттеме, мең-мең төҫкә инә
Күл-йылғала һыуҙың өҫтәре.
Ятыу өҫтө - ҡара ҡурғашмы ни,
Өҫкә ауған мәлдә болоттар!
Балыҡсы ҡарт ҡайнар сәйен һона:
“Ауыҙыңды бер аҙ йылыт, бар...”

Өмөт тулы көмөш һыуға бағып,
Яҙмышыңды ғына юрайһы.
Йылға аға - ваҡыт туҡтап ҡалған.
Йәшлегеңә ҡайтып урайһы!
Ай-йондоҙҙар ҡарап биҙәнерлек
Һип-һил ятҡан һыуҙың көҙгөһө.
Шул һиллекте, хозур күркәмлекте
Килһен инде кемдең өҙгөһө?!

Күктә таныш ырғаҡ- сылбыр һуҙып
Ҡоштар һала моңло тамғаһын.
Еңел түгел илде ташлап китеү –
Ергә ҡайнар йәштәр тамғаны.
Төҫ диңгеҙен тоймай ҡалғандыр ул –
Кем урманға көҙөн инмәгән:
Хис бураны уны ялмамаған,
Моң тулҡыны уны күммәгән...