Көҙгө боҙҙар

 

Ағиҙелдә көҙгө боҙҙар китә,

Көҙгө боҙҙар — көҙгө ҡалынлыҡ.

Һуңға ҡалып урған  уңыштарым

Шул  боҙҙарға ғына һалырлыҡ,

Боҙҙар менән генә ағырлыҡ...

 

Көҙгө боҙҙар аға Ағиҙелдә,

Көн туңдыра, берсә йылыта.

Тормош ниңә миҙгелдәрҙәй төрлө:

Бер көлдөрә, берсә илата...

Йылыларын көтһәң — һыуыта.

 

Көҙгө боҙҙар...

Сыңрап-сыңрап осҡан

Күк торналар кеүек, Иҙелдә

Сайҡалышып, һалмаҡ талпынышып,

Моң даръяһын һаман гиҙеүҙә...

Ниҙәр бара шул күк теҙемдә?

 

Һағышмы  ул,

Яҡты шатлыҡ мәллә

Күк боҙҙарға бара тейәлеп?

Булмаһынсы унда яман-яфа,

Бары шатлыҡ барһын өйөлөп,

Көмөш моңдар сыңы эйәреп...

 

Боҙҙар!

Урып-йыйған уңыштарым әле

Һеҙгә генә һағып аҡмалы;

Һеҙгә генә һалып ағыҙмалы,

Көмөш тулҡын ғына ҡаҡмалы,

Ынйыларға манып алмалы...

 

Аҙ булһа ла,

Көтмәм ярҙай боҙҙа

Яҙын ағып килер бәхетте.

Көҙгө боҙға һағып, аҡ, шатлығым,—

Ерҙә нығыт йәшәү тәхетен;

Шунда ғына был тынғыһыҙ күңел

Табыр, бәлки, донъя рәхәтен...