Ҡойондар

Ҡойондар

 

“Хәйерлегә булһын, ай, был елдәр,

Хәйерлегә булһын был ҡойон...”

Әсәйемдең әйткәне

 

1

Юрау ҙа, ҡурғау ҙа, ҡурҡыу ҙа

Һаҡланған ололар һүҙендә:

“Ҡойонға һин бысаҡ ырғытһаң,

Ҡан ҡала бысаҡтың йөҙөндә...”

 

Күргәндәр ҡойонда — яуыз көс,

Туплап үс, ҡаршы ла сыҡҡандар,

Уҡтар ҙа, һөңгө лә атҡандар,

Ҡыуҙыҡ, тип, хәүефте баҫҡандар.

 

Ҡойондан кешеләр эҙләгән

Сихри көс, йәшерен ас ғәйрәт...

Ул һаман асылып бөтмәгән

Бәйелһеҙ мөғжизә — ғәләмәт.

 

Яҙҙарын ҡойондар бик уҫал —

Тәбиғәт уянған сағында,

Ер наҙын, сафлығын ҡыйрата,

Бер ниҙе аямай юлында...

 

Әсәйҙе бәләкәй сағында

Ҙур ҡойон күтәргән һауаға.

Сабыйҙы терелткән бар йәйләү

Ни генә тапмаған дауаға!

 

Ә бер мәл күргәндәр йәнә лә

Ҡот осҡос ғәйрәтен дауылдың —

Килендең самауыр ҡуҙынан

Сыҡҡан ут ялмаған ауылды...

 

Шунандыр әсәйҙең ҡурҡыуы,

Ел-дауыл, ҡойонға нәфрәте.

Ҡай миҙгел булмаһын,

Ел сыҡһа —

Арта гел хафаһы, хәсрәте.

 

Далала көйҙөргөс ҡыуан ел

Дыулаһа, әсәйем ҡәһәрләй:

“Нисә көн бер тынмаҫ булды бит,

Ҡороғор нәмәкәй ут һөйрәй...”

 

Ә бөгөн ҡарт әсәй асыуҙан

Ейәнен “ҡойон” тип атаны —

Шуҡ малай йән-фарман сапҡанда

Бер тауыҡ себешен тапаны.

 

Әй, әсәй,

Уйнапмы, ысынмы

Баланы “ҡойон” тип атаның?

Әрлә ни, әрләмә — һуң инде

Төҙәтеү ташҡа үлсәр хатаны.

 

Себеш ни!.. —

Олораҡ “ҡойондар”

Өйрөлә беҙҙең дә арала,

Улар бит яҙмышты хәл итә,

Йәндәрҙе зәғифләп, яралап...

 

Әсәйем ейәнен әрләне

Һәм шундуҡ онотто ҡазаһын.

Ә малай шымтайып йөрөнө,

Алғанға тейешле язаһын.

 

Баланы “ҡойон” тип атаны...

Ни хикмәт ололар һүҙендә? —

“Ҡойонға һин бысаҡ ырғытһаң,

Ҡан ҡала бысаҡтың йөҙөндә...”

 

Хәүефтән арыныр өсөнмө,

Ейәнен йыуатыр өсөнмө,

Әсәйем шыбырлай шом-уйын:

“Хәйерлегә булһын, ай, был елдәр,

Хәйерлегә булһын был ҡойон...”

 

2

Арғымағы һаман арымаған —

Айҡай ҡояш сикһеҙ йыһанды.

Мин дә әүәҫ урам ҡыҙырырға, —

Киске сәйәхәткә яһандым.

 

Ҡала йөҙө тыныс, ихлас, нурлы,

Урам тулы халыҡ: йәнлелек,

Бөтә ерҙә — йәшәү тантанаһы...

Миңә лә, тим, китһен йән инеп.

 

Урам ҡосағында мин — бер ғәмһеҙ,

Хистәр уйнаҡ,

Башта уй тарҡау...

Алда — төркөм-төркөм йәш-елкенсәк,

Төйәктәре бында — ресторан.

 

“Был ергә тоҙ түккәндәрме әллә?” —

Тиер ине әсәй күргәндә

Фырт кейенгән яллы йәш-елкенсәк

Уралғанға бер үк тирәлә.

 

Йәнә әйтер:

“Алла, эшкә тиһәң,

Был тиклем дә туплы йыйылмаҫ,

Ҡалағыҙҙа шул әзмәүерҙәргә

Эт һуғарыу ниңә тыйылмай?.."

 

“Банан” кейгән йәп-йәш сибәркәйҙәр

Көлә “ихахай” да “михахай”.

Асыуымды йотам, урап уҙам,

Мин — мыжыҡ ҡарт түгел,

Мин — ағай.

 

Ресторанға сират көтөп, ҡыҙҙар

Ярышалар... юлға төкөрөп:

Кемдең төкөрөгө алыҫ оса —

Ҡеүәтләйҙәр сыйнап, һикереп...

 

Эх, сабыйҙар, һаҡаллы сабыйҙар!..

Ахмаҡтар һеҙ, тиһәм, — ҡатыраҡ,

Олатайҙарығыҙ уттар йотоп,

Өләсәйҙәрегеҙ йоттар үтеп,

Йәшәү йәмен белгән татырға!

 

Ә һеҙ...

Ғәмһеҙ, бәйһеҙ үҫкән быуын,

Белмәйһегеҙ тормош ҡәҙерен,

Беләһегеҙ бары рәхәтлекте,

Алаһығыҙ бары әҙерен...

 

Тәтәй ҡыҙҙар, һайғауҙай малайҙар

Ресторанға инеп тулдылар.

Янъял өндәр, мейеләргә үтеп,

Зиһенемә күҫәк тондора...

Ҡайҙа бара беҙҙең бала-саға,

Ҡайҙа саба улар арбаһы,

Был тиклем дә вайымһыҙлыҡ ҡайҙан,

Йәш быуынды нимә арбаны?..

 

Ен ҡуптарып күңел асыуҙарҙан

Миңә генәме ни бик ҡыйын?..

“Хәйерлегә булһын, ай, был елдәр,

Хәйерлегә булһын был ҡойон...”

 

3

Әй ҡаңғырам эҙләп йән тынлығы!..

 Аяҡтарым тарта баҡсаға.

Ҡоштар моңон, япраҡ шыбырлауын

Һатып алып булмай аҡсаға.

 

Мине көтөп кенә торғандарҙыр! —

Дауыл ҡуптымы ни бында ла:

Танса майҙанында — брейк-данс,

Артта ҡалмай йәштәр донъянан.

 

Ҡолаҡ ярғыс тауыш йәнде талай.

Оятһыҙ әхләҡ бәйһеҙ киҙәнә,

Ҡолға кеүек, тыртыҡ бала-саға,

Балыҡ һымаҡ тулай иҙәндә...

 

— Тфү!.. Яғаһынан эт алғыры!.. —

Баш сайҡайҙар апай, ағайҙар.

— Апай! Туҡта әле, бәлки бында

Күңел аса һинең малай ҙа?

 

Апай мине сапсып ташлар ине,

Дружинниктар әлдә эргәлә;

— Ну мин һиңә, мырҙам, әйтер инем,

Үҙең, былай, йүнле ир генә,

Йәки шунда берәй түрәһеңдер...

Минең малай һуғыша Афғанда,

Кисә генә һөйөнсө хат алдым:

“Улың батыр!” — тиеп яҙғандар,

Белгең килһә!..” — Башын ғорур тотоп,

Апай китте үҙе юлынан,

Минең “ғәфү”ҙе лә ишетмәне

Ҡолаҡ ярғыс шайтан туйынан.

 

Был баҡсаның күҙендә нур һүнгән,

Ул хырылдап ауыр тын ала,

Дөбөр-шатыр мюзик башты яра...

Ҡайҙа икән минең тын далам?!. —

 

Ҡайҙа икән моңһоу ауыл кисе,

Яңғыҙ гармунсының һағышы...

Ысыҡ ярып, туғай яңғыратып,

Эшкә барған йәштәр тауышы...

 

Миңә — ябай ауыл малайына —

Бөтөнләй ят, алыҫ был мөхит,

Тансаһына инеү — тере яза,

Баҡсаһында ҡалыу — бер михнәт...

 

Ҡапҡа төбөн һаҡлай яңы төркөм,

Ауыҙҙарҙан төтөн борхолдай,

Яурындарға аҫҡан ҡумталарҙан

Аңлашылмаҫ өндәр ҡорҡолдай.

 

Биттәрендә — битлек,

Өҫтә — кожан,

Ҡулдарында — һәлмәк бирсәткә.

Ҡараңғы бер ерҙә

Шул ҡулдарға

Эләгергә, яҙмыш, күрһәтмә...

 

Баҡсаларҙа тамам һушты алды

Брейк-данс, диско... — ен туйы...

“Хәйерлегә булһын, ай, был елдәр,

Хәйерлегә булһын был ҡойон...”

 

4

Көноҙон хеҙмәттән арыған

Ҡулдарын ҡаушырып алдына,

Хәл алып, уйланып ултырған

Кешегә оҡшаған баш ҡалам.

 

Мин дә, тыҡрыҡтан тыҡрыҡҡа,

Скверҙан скверға,

Урамдан урамға боролам,

Ҡабаланмай ғына

эштән ҡайтып барам.

 

Ҡалды эштә:

төрлө ваҡ мәшәҡәт,

Ялыуҙар, күрһәтмәләр...

Алда көтә:

тыныс кис,

Һалҡын душ,

Балаларым,

Яҙыу өҫтәлем...

 

Ҡапыл бер имәнес тауыш һауа ярҙы.

Мин, күп уйлап тормай,

тауыш сыҡҡан яҡҡа йүгереп барҙым.

һәм ни күрәм:

Ҡапҡа алды тулы бала-саға,

Түңәрәкләп баҫҡандар ҙа

ҡылалар тамаша:

уртала бер малай аҡтығы

Бесәйҙе язалап маташа.

Оҙон бауға бәйле бесәй

ҡасырға тип тартыла ла,

Тиҙерәк ҡотолорға, тип,

түңәрәк буйлап саба;

Ялбыр туны, төтәп-төтәп,

бысҡып-быҫҡып ҡуя ла

тулағанда тирә-яҡҡа

янған йөнө ҡойола;

Һауала әсе төтөн дә өтөлгән ҡойҡа еҫе.

Һыҙлауына түҙә алмай,

илай, хас сабый бала,

иләмһеҙ тауыш сығарып,

тәкмәсләп-аунап ала.

Оҙон кер бауы осонан малай уны ныҡ тота,

Үҙен юлбарыҫ аулаған

бер батырға оҡшата...

 

***

— Ҡыҙыҡ бөттө! — тигәс малай,

Бойороҡ биргән кеүек,

Һибелеште бала-саға,

ҡапыл ел өргән кеүек.

Бәләкәс кенә ике ҡыҙ,

күҙкәйҙәре мөлдөрәп,

хәбәрҙәрен теҙеп китә,

бер-береһен бүлдереп:

— Бесәйгә ул бензин һипкән...

— Шырпы һыҙып ут төрткән...

— Ул тәртипһеҙ, гел һуғыша...

— Бәләкәстәрҙе туҡмай...

— Күгәрсендәрҙе ағыулай...

— Эттәрҙең йөнөн йолҡа...

 

Бәндәләргә бөткәс ышанысы,

Был урамдың таныш бесәйе,

Кешелеклектеме икән беҙҙең

Һуңғы тапҡыр әллә үлсәне —

Сатлама һыуыҡта тротуарҙа

Ятып үлде —

Сәйер ҡылығы:

Көпә-көндөҙ

Күҙ алдында үлде;

Болғай-болғай ялбыр ҡойроғон.

 

Болғай-болғай хәлһеҙ ҡойроғон ул

Үлде —

Ҡарғай-ҡарғай кешене,

Йыртҡыстарса язалаған өсөн

Януарҙарҙы — үҙе ишене...

 

Ҡар ҡарайып, иреп ятып ҡалды...

Күңелде ят тойғо тышаны,

Әйтерһең дә, янған бесәй булып,

Ҡарға ятып үлде ышаныс...

 

Бәғер ҡата.

Күңел шыраулана...

Күнегеүе быға, ай, ҡыйын!..

“Хәйерлегә булһын, ай, был елдәр,

Хәйерлегә булһын был ҡойон...”

 

5

Бишектәге бишкә төрләнә, ти,

Йыртҡыс булмай бер кем биләүҙән.

“Балам илгә дошман булып үҫһен”, —

Тимәйҙер бит инде берәү ҙә.

Ә ниңә һуң уны бер кем күрмәй,

Нисек әйләнә ул аҙғынға,

Ниндәй ҡыйыш һуҡмаҡ алып китә

Боҙоҡлоҡтоң упҡын һаҙына?

 

Ул — наркоман, тибеҙ,

Йәне-тәне,

Зәғифләнгән, йәштән боҙолған.

Тик уға ла башта кемдеңдер бит

Ағыу тотҡан ҡулы һуҙылған?

 

Ул хәшәрәт

(Кисерегеҙ мине,

Ә йәшереү — гонаһ быларҙы!)

Шундай хайуанлыҡҡа барып еткән

Мыҫҡыл иткән сабый ҡыҙҙарҙы.

 

Ошо мәхлүк тә бит ҡасандыр бер

Торған хатта пионер сафында...

Ҡанында ла ағыу булмағандыр

Әсәһенән тыуған сағында?

 

Тилебәрән,

Татлы балтырған да

Бер үк тупраҡтан бит һут ала...

Оятһыҙлыҡ сиген үткән ҡыҙҙар

Путаналар булып бутала.

 

Былар инде —

Тәндә генә түгел,

Йәндәге шеш — рухи сир ише.

Бәғзеләре оҙаҡ уйлап тормай

Алыштыра илен ир өсөн...

 

Ҡойонланып золом өҫкә килә,

Яҙыҡ булыр уға юл ҡуйыу...

“Хәйерлегә булһын, ай, был елдәр,

Хәйерлегә булһын был ҡойон...”

 

6

Юлыбыҙҙа ҡойон кеүек ҡалҡа

Әҙәм аҡтыҡтары, һатлыҡтар.

Миңә килеп тейә улар уғы,

Төбәп атҡан һымаҡ сатлыҡтан.

 

Бына йәнә ғибрәт:

Алты егет

Һәйкәлдәргә төбәп атҡандар.

Ошо бер мәл менән

Выжданын да,

Ватанын да ҡуша һатҡандар.

 

Ҡулдары һуң нисек күтәрелгән? —

Был бит аҡыл етмәҫ бәйһеҙлек.

Улар өсөн ерҙә ҡалмағанмы

Бер ниндәй ҙә намыҫ, изгелек?!

 

Асыҡтарҙан асыҡ бер хәҡиҡәт:

Бәдбәхеттәр тыумай әсәнән,

Әсә менән Ватан — айырылғыһыҙ,

Һатлыҡ йәнгә әсә йәшәмәй.

 

Иптәш!

Күр һин, ишет,—

Кемдәр улар,

Йәшәү утын кемдән алғандар? —

Ана шулар күңел баҡсаһына

Иң тәү серек орлоҡ һалғандар.

 

Тамырҙары ҡайҙа хыянаттың —

Ҡойон ҡубып сыға ҡай яҡтан?

Йәш быуынға — Шәхсән шул алтауға,

Алтау ише тағы байтаҡҡа —

Йөрәк йылыһының бар ялҡынын,

Әҙәп-йолаларҙың бар наҙын

 

Беҙме бүлеп биреп еткермәнек,—

Ҡубыр ҡойондарҙы күрмәнек?

Кешенең саф тәрбиә емеше

Икәнлеген, ахыры, оноттоҡ;

Изгелеккә, Илгә һәм Иманға

Ышаныстарын беҙ ойоттоҡ,

Рухи ҡиммәттәрҙе арзанайттыҡ,

Әхләҡ ынйыларын аҙайттыҡ...

 

Бөйөрҙө май бөрҙө,

Уяулыҡты

Матур ҡыуыҡ һүҙҙәр алдатты...

Шунан “бүләк”:

Изге хискә төбәп

Илле пуля — һәйкәл-һалдатҡа!..

 

Шул пулялар,

биткә таш сәсрәтеп,

Ҡаҙалалар гранит күкрәккә...

Юҡ!

Пулялар,

гүйә, ҡан сәсрәтеп,

Ҡаҙалалар минең йөрәккә!..

 

Изге шул һәйкәлдәр араһында

Минең атайға ла һәйкәл бар.

Эргәһенә килеп, кәңәш һорап,

Уллыҡ һүҙҙәрен дә әйткән бар.

 

Ул һәйкәлдәр

Беҙҙең  атайҙарҙың

Йәшлек анты итеп ҡуйылған,

Һөйөп бөтөлмәгән һөйөүҙәре,

Йырлап бөтөлмәгән йырҙары

Ҡырыҫ һәйкәл итеп ҡойолған.

 

Әсәйҙәрҙең

Ҡурғаш булып туңған

Йәштәренән һәйкәл һалынған.

Юҡҡамы ни

Пискаревкалағы

Әсә һынына донъя табына!

 

Ә һеҙ...—

Моңһоҙ үҫкән йыйын тинтәк

Һәйкәлдәргә төбәп ут асҡан,—

Һеҙҙе шул көн

Ил ҡарғышы атты,

Инде килеп,—

Киләсәктең Хәтере атасаҡ!

 

...Төш күрәмме:

“Йәш аҙғындар атлай

Бишектәрҙән... хыянат юлына...

Тирә-яҡтан баҫҡан хөсөтсөләр,

Иҫерткестәр һәр кем ҡулында...”

 

Ә өнөмдә —

Бөтәбеҙҙең юл бер:

Октябрят.

Пионер.

Комсомол...

 

Һуң уларҙы берәү өйрәтәме:

“Шымсы бул, тип,

йәки ҡамсы бул?!”

 

“— Тамсы дан бул илең тарихында!..

— Тамсы ҡан бул ҡанһырағанға!..

— Тамсы һыу бул сарсап йығылғанға!..

— Тамсы моң бул телдән ҡалғанға!..”—

Шулай йырланың һин,

Әсәй, миңә

Ғүмеремдең алһыу таңында.

Шул иманға тоғро ҡаласаҡмын

Артылғанда һуңғы тауыма...

Төңөлөүҙән күҙҙәр өңөлгәндә

Өмөт нурын һаҡлау, ай, ҡыйын...

“Хәйерлегә булһын, ай, был елдәр,

Хәйерлегә булһын был ҡойон...”

 

7

Күп ҡойондар уҙған.

Күлдән күккә

“Аждаһаларҙы” ла күтәргән.

Ата-бабам боҫоп ҡарап ҡалған,

Был сәйер хәл иҫен китәргән.

 

Тәбиғәттең аҫау ҡотороуы

Олатайымды ла ҡурҡытҡан.

Яуыз көстө еңмәк булып, бер саҡ

Ҡойонға ул бысаҡ ырғытҡан.

 

Эй бер ҡатлы булған олатайым...

Әммә хаҡлыҡ тойған үҙендә:

“Ҡойонға һин бысаҡ ырғытһаң,

Ҡан ҡала бысаҡтың йөҙөндә...”

 

Йәнәһе лә, шулай үс алған ул

Ҡойондан —

Бер ваҡыт ҡыҙыҡайын

Һыу буйында уйнап йөрөгәндә

Осороп алып киткәс ел-дауыл...

 

Ҡойонғамы бөгөн иҫ китәһе?! —

Йәшәйбеҙ бит бүтән осорҙа:

Кеше үҙе тапҡан ут ҡойоно

(Аждаһа ул нимә?!)

Ҡалаларҙы күккә осора.

 

Миңә башҡа нәмә ғәжәберәк:

Ниңә кеше юя хәтерен?

Йыһандарға ашыр аҡыл көсө

“Ахыры заманға” ла илтерен

Белә, тоя, күрә,

Әммә ниңә,

Ауыҙлыҡлай алмай үҙ холҡон?

Бөтә нәмәгә лә көсө етә,

Тик үҙенән генә

Яуыз уйҙы, хыянатты, шаҡшылыҡты

Ниңә ташлай алмай шул йолҡоп?..

 

Енәйәттәр бәшмәк кеүек үҫә.

Һабаҡ бирмәйме ни уҙғандар?!

Кеше — кешегә дуҫ, иптәш, тибеҙ,

Ә ҡайҙан һуң тыуа аҙғындар?..

 

Ҡойондарҙың ҡара эҙе һымаҡ,

Фажиғәләр беҙҙе тетрәтә,

Дуҫты яралаған бәлә мине

Һеңгәҙәтә һуға, иңрәтә,

Уяу булырға ла өйрәтә.

 

Күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән

Сирҙәр янай әҙәм башына —

Ҡанға йәшеренгән ҡойон булып,

СПИД тигән ҡырғын шашына...

 

Океан аръяғында ҡупҡан ҡойон

Беҙгә килеп ҡыла үҙ эшен,

Шул ҡойонға ирекле ҡол булып,

Ихтыярын юя йәш кеше...

 

Тимәк, шештең башы — тәрәндәрәк,

Аҡтарырға кәрәк тамырын,

Йөрәктәрҙән уны эҙләр кәрәк,

Революцион кәрәк яңырыу!

 

Беҙ танырға тейеш —

Ҡул аҫтына

Кемдәр инә, кемдәр өлгөрә?

Тығыҙ кеүек тә ул сафтарыбыҙ,

Тик араға яман ел өрә.

 

Иптәш! Күңел күҙең менән генә

Тирә-яғың байҡап тойомла:

Арабыҙҙа әле деү теттереп

Йәшәп ята күпме ҡойондар!

 

Ҡапҡан һайын уға ҡалъя булһын,

Әҙер тора хәҙер ялмарға,

Хәйлә менән башты әйләндереп,

Ҡорбанына йәбешә кальмарҙай.

Тәнҡитләргә тиһәң, тик уны ҡуш,

Яңылыҡтан табыр кәмселек,

Атакала боҫоп ҡалыр анһат,

Китмәгәйе донъяң сәнселеп.

Ҡайҙа ауыр — көсөн сарыф итмәҫ,

Ҡайҙа бысраҡ — унда яғылмаҫ,

Йән ғазабы ни икәнен белмәҫ,

Ил ҡазаһы — уға ҡағылмаҫ...

Төрлө инде кеше күңелдәре...

Кеше күңелдәре — тәрән күл...

Кеше күңелдәре — ҡара урман...

Йәнә — ҡойон...

Барыһын күрә бел!..

 

Был эш ирмәк йә мажара түгел —

Тере ҡойондарҙы байҡауы.

Анһат түгел яңғыҙ балаңдың да

Уйын ҡапыл ғына айҡауы.

 

Бәғзе йәштәр хәҙер

Туған телгә,

Йола, моңға зиһен бирәме?

Тел даръяһы кибеп барған һайын

Изгелектең ҡорой тирәге...

 

Хәҡиҡәткә нисек ҡаш йыйырҙыҡ,

Хилафлыҡҡа хөкөм көткәндә:

Хәтерҙәрҙән юйҙыҡ һабаҡтарҙы,

Тамырҙарын ҡырҡып үткәндең.

 

Эй, күңелем —

Ҡорғаҡһыған дала!..

Ямғырҙарға ҡасан бер туйыр?!

“Хәйерлегә булһын, ай, был елдәр,

Хәйерлегә булһын был ҡойон...”

 

8

Һорауҙар күп...

Ала боғаҙымдан:

“... Быға тиклем ниңә терелтмәнең

Үткәндәрҙең һүнгән усағын?

Ҡойондарҙан ниңә эҙләмәнең

Олатайыңдың үткер бысағын?.."

 

Эҙләмәнем?..

Әллә теләмәнем

Серҙәренә уның төшөргә?

Етмәнеме икән баҙнаттарым

Йоҡо ҡабырсағын тишергә?

Сыҡтым микән мин ул ҡабырсыҡтан,

Әллә һаман шунда биклеме?

Үлмәгәнме миндә көрәш рухы,

Уяныуым да хатта шиклеме?..

 

Замананың яман Чернобылдәй

Ҡойондары башҡа һуҡҡанда,

Һиҫкәнәбеҙ, шунан йүгерәбеҙ

Сәбәләнеп, йылан саҡҡандай.

 

Һәр бер әҙәм, айырым мөхит ҡороп,

Ҡабығына үҙенең бикләнһә;

Яҡты идеалдар

Машиналар

Һәм дачалар менән сикләнһә,—

Сүллек кеүек буш күңелдә уйнар

Рухи ғәриплектәр ҡойоно,

Иман ҡасыр,

Сафлыҡ мыҫҡылланыр,

Бысрағында уның ҡойоноп.

 

Йәмғиәттә

Яуыз ниәттәрҙең

Ҡойондары ҡупһа йышыраҡ,

Тәбиғәттә тыуған ҡойондарҙан

Улар хәтәр, ҡурҡынысыраҡ.

Бикләнһәк гел шәхес бункерына,

Сығыуҙары булыр, ай, ҡыйын...

“Хәйерлегә булһын, ай, был елдәр,

Хәйерлегә булһын, был ҡойон...”

 

9

Ерҙән яҙғы ҡойон үтеп бара,

Бола яһап, сүп-сар ҡалҡытып,

Ерҙәштәрем һиҫкәнешеп баға,—

Тып-тын йәшәү, ахыры, ялҡытып

Бөтә икән,

Баштар күтәрелде,

Уянғандай ҡаты йоҡонан.

Тәҙрәләрҙә гөлдәр,

Күңелдәрҙәй,

Ҡояш наҙын күптән юҡһына...

 

Ғалимдар ҙа хатта әйтә алмай

Ҡойон ҡайҙа мәкер ҡорғанын,

Ғаләм-ҡарттың ул бер бәйһеҙ улы,

Хас холоҡһоҙ бала торғаны.

 

Ғәрәсәттәр ҡылған һәләкәттәр...

Хәшәрәттәр һалған йәрәхәттәр...

Кемгә төшөр икән яҙығы?

Ерем ҡайнай йыһан ҡаҙанында,

Хәүефтәрҙең булмаҫ аҙағы.

Яуызлыҡтар тыуып тора,

Кешем,

Сәбәпсеһе үҙең түгелме?

Ҡойондар ҙа,

Хәсис-хаиндар ҙа

Һинең эшең,

Һинең үҙ емешең түгелме?

 

Намыҫ менән,

Рентген нуры кеүек,

Яҡтыртайыҡ күңел төптәрен! —

Асһын хаҡлығын да,

Хаслығын да,

Йыртһын рухи ҡоллоҡ көптәрен!

 

Белмәй тороп кемдең кем икәнен,

Мөмкин түгел яуға ҡуҙғалыу,

Үткәндәрҙең изге яҡтыһынан

Киләсәккә һүнмәҫ ҡуҙ алыу!

 

Танымайса кемдең кем икәнен,

Мөмкин түгел:

Ҡойондарға ҡаршы тороуы,

Нәфсе, көнсөллөктө ауыҙлыҡлау,

Дошманлыҡтың тамыры ҡороуы;

Мөмкин түгел:

Әҙәп орлоҡтарын

Йәп-йәш күңелдәргә һалыуы,

Кешелектең Өмөт баҫыуынан

Мул уңыштар йыйып алыуы...   *

 

Мөмкин түгел бүтән былай йәшәү,

Хаҡлы талап алға ҡуйылды:

Ерҙә хәсрәт бөтмәҫ —

Юҡ итмәһәк

Атом атлы утлы ҡойондо!..

 

Донъя ҡаплап ҡойон үтеп бара...

Бихисап та икән ҡазаһы!

Ҡасаһымы унан,

Әллә инде

Уйланаһы, серен асаһы?!

 

... Көн боҙолоуҙары, эй, ни генә! —

Баҫылмай ҙа йөрәк һулҡыуы...

Хәйерлегә булһын, ай, был елдәр,

Хәйерлегә булһын был ҡойон...

 

1984-1987