Көтөүсе

 

Социалистик Хеҙмәт Геройы

Килдебай Сөләймәновҡа

 

Барыбыҙҙың да тормош хәстәре бар,

Бөтәбеҙ ҙә донъя көтәбеҙ.

Төрлө вайым менән йәшәһәк тә

Илдең ғәмен уртаҡ итәбеҙ.

 

Ә шулай ҙа һине күберәк борсой

Ер сатнауы ҡарһыҙ ҡыштарҙа.

Хушһынмайһың сауҡалыҡтар йәмен,

Һуңлап килһә һайрар ҡоштар ҙа.

 

Аҡ ҡояштан далаң сарсағанда

Үләндәрҙән нығыраҡ көйәһең.

Һин танылдың илгә — далаң менән,

Һинең менән данлы — төйәгең.

Ҡыуанысың —

Ҡарҙы тишеп сыҡҡан

Яҙ сәскәһе: тыйнаҡ, ҡырыҫ та.

Тамырҙары уның —

Тарихтарҙа,

Көрәштәрҙә тапҡан ырыҫта...

 

Йөрәкһетә күкһел көтөүлектәр,

Ҡанаттарын йәйһә яҙғы таң.

Һин —көтөүсе ҡырҙа, эшең менән,

Донъя бағыусы —төп вазифаң.