«Коспас — Сарсат»

Совет-Америка килешеүҙәре нигеҙендә, ерҙә йәки

океандарҙа бәләгә тарыған экспедицияларҙы

ҡотҡарыу өсөн махсус юлдаш-ҡотҡарғыстар —

«КОСПАС —САРСАТ» системаһы эшләй башланы.

Газеталарҙан.

Сыҡты юлдаш-ҡотҡарғыстар

Сикһеҙ йыһан киңлегенә,

«КОСПАС — САРСАТ» ер тирәләй

Оса ваҡыт тиҙлегендә.

 

Ә кем өсөн был мөғжизә,

Кемде кемдән ҡотҡарырға? —

Туҡтамаһа әгәр ерҙә

Үлтерештәр, үрт һалыуҙар?..

 

КОСПАС — САРСАТ!

Барам сарсап!

Үҙ еремдә — бишегемдә

Ҡотом осоп торам ҡарап,

Ниндәй хозур, гүзәл ерҙәр

Булды харап, була харап!

 

Ҡотҡарыусы системабыҙ,

Ҡотҡар әйҙә, ҡулдан килһә,

Яҙлыҡтыҡ беҙ, һүнде маяҡ,

Терәлдек килеп көрсөккә!..

 

КОСПАС — САРСАТ!

Янам сарсап!

Еребеҙҙә бөтәбеҙ ҙә

Теләйбеҙ ҙә — килеп сыҡмай,

Һыуһын ҡанмай,

хыял ашмай.

Хаҡлыҡ ҡайҙа — белеп булмай.

 

КОСПАС — САРСАТ,

Һис юҡ форсат

Ҡотҡарырға кешелекте —

Ере бөлә,

Һыуы кибә,

Теле   бөтә.

Йәне үлә...

 

Еребеҙҙе ҡотҡармағас,

Илебеҙгә ҡот ҡунмағас,

Телебеҙҙе аңламағас,

Моңобоҙҙо яҡламағас,

Йәнебеҙҙе һаҡламағас... —

КОСПАС — САРСАТ!

Осма ҡабат,

Юҡҡа сыҡ йә үл йыһанда,

Хәжәт түгел беҙгә ундай

Йәнһеҙ һаҡсы — бушбаш һалдат.

 

КОСПАС — САРСАТ!

Ауам сарсап...