Көмөш миҙалдар

Ҡулъяулыҡҡа ғына төрөп һаҡлай
Әсәкәйем көмөш миҙалдарын.
Алтындарҙан артыҡ күрә уны,
Күргән өсөн тормош ыҙаларын.

Көмөш миҙалдарҙың көмөштәре
Күскән, әсәй, күптән сәстәреңә.
Ауырлыҡтың алдың иң хәтәрен,
Ҡарамайса гөлдәй йәштәреңә.

Бүләк, миҙал өсөн эшләмәнең,
Бар бәхетең менән риза булдың.
Йөрәгеңде хәсрәт ялмаһа ла,
Илең өсөн көсөң фиҙа ҡылдың.

Маҡтанылар бары ғәҙел генә:
«Аяҡтары етеҙ, ҡулы еңел!..»
Барлыҡ баһаларҙан өҫтөн булды
Һин яулашып алған оло Еңеү.

Бөтә михнәттәрҙең, ут-һыуҙарҙың
Шаһитылай ята миҙалдарың.
Шул миҙалдар моңло сыңлап китһә,
Йән тетрәтеп баҫа уҙғандарың...

Әсәй һаҡлай төрөп миҙалдарын:
“Беҙ күргәнде бер кем күрмәһен дә..”
Сәстәренә ҡунған көмөш кенә
Ишаралай ғүмер үрҙәренә.

Һаҡлай әсәй көмөш миҙалдарын,
Артыҡ күреп хатта алтындарҙан.
Моңло сыңын тыңлай—
Ғәрәсәттәр
Алмаһын тип ҡабат алҡымдарҙан.