Ҡолонсаҡ

 

Әсә һөйә үҙ балаһын:

- Ҡолонсағым,

ҡолонсағым!..

Гүзәллектең үҙе, ана, –

Болон буйлап ҡолон саба.

Ҡолон саба.

Ҡалай шаян! –

Уйнап тора башҡынайы.

Уйнаҡлауы, кешнәүҙәре –

Хас шишмәнең ашҡыныуы.

Ҡолон саба болон аша

Талсыҡҡансы, асыҡҡансы.

Ерән бейә саҡырып ала

Ул эт-ҡошҡа тарығансы…

Әсә өсөн бала шулай

Була ғәзиз – ҡолонсаҡтай.

Күркәмлеккә эйә икән

Бөтә йән дә ҡолон саҡта…

 

Киң туғай тын.

Тынған бар йән.

Һуңғы һулыш ала бер йән.

Был донъянан берәү китһә,

Тына микән бөтә нәмә?...

Ҡолон үлә.

Ҡулдарыма,

Бала кеүек, башын һалып;

Ах, ул йоҡлап ҡына ятһа,

Уйнаҡлауҙан арып-талып!..

Юҡ шул, үлә.

Йоҡлап ятҡан

Күбә төбө күләгәлә.

Тракторист күрмәй ҡалған, -

Бына шунда бөтә бәлә…

 

Ҡаҡ туғайҙы дер һелкетте

Ерән бейәнең кешнәүе.

Ҡолаҡтар – уҡ,

Күҙҙәре – ут…

Килеп етте кешән өҙөп.

Ҡолонҡайын еҫкәп-еҫкәп,

Әйләнгеләй бар тирәләй.

Күҙҙәренән ҡурғаш төҫлө

Мөлдөр-мөлдөр йәш тәгәрәй…

Бер кем бер һүҙ.

Ҡараш – төпһөҙ.

Малҡай өнһөҙ.

Туғай йәмһеҙ.

Был донъянан китһә бер йән,

Тоноҡлана микән бар йәм?

Тына микән ҡалған бар йән?..