Китап донъяһы

Ғүмерем минең ҡағыҙ текләп үтте:
Китап уҡып, гәзит аҡтарып.
Дарманым да матбуғатҡа ките,
Ҡағыҙ ташып, бурыс атҡарып.

Юл башында, йола ҡушыуынса,
Кеше яҙғандарҙы уҡыным.
Зиһен кәрәк хата сүпләргә лә,
Төҙәтергә - зауыҡ-хоҡуғың.

Ят күҙҙәрҙән ҡурҡып, яҙғандарым
Йәшенеп ятты башта үҙәктә.
Шайтан күбәләге кеүек улар
Шәм утынан алды биҙәкте.

Йә булмаһа, йәшел ужым кеүек
Ҡар аҫтында ғына ҡышланы,
Һуңлаһа ла, көҙөн уңыш бирҙе —
Алтын яғып, китап тышланы.

Уҡый-уҡый, ҡағыҙ туҡый-туҡый,
Инде күҙ ҙә, хәл дә ҡалманы.
Китаптарҙан эҙләп, был донъяның
Асылдарын аса алманым.

Күпме яҙма, баҡһаң был донъялар
Мең китапҡа түгел һыйышлы...
Ғүмеркәйем булыр микән әле
Бер китапҡа ғына торошло?..

06.01.08.