Китап асам

Боронғолар иң кәрәктә
китап асҡан,
Яҡшыға ла, яманға ла
яуап тапҡан,
Иң һуңғы һүҙ, хаҡлы баһа
унан сыҡҡан,
Күңел зауҡын, шауҡымдарын
китап баҫҡан...

Һеҙгә тип мин, эй, кешеләр,
асам китап,
Һеҙҙең алда мин тейешле
тотам хисап,
Үҙем теләп риза булып
ғазаптарға —
Янған утҡа йөрәгемде
һалам услап!

Һеҙгә арнап китап асам,
эй, һылыуҙар,
Йырлап бөтә алмам һеҙҙе
бер һулауҙа,
Һеҙҙең наҙҙар, һеҙҙең һындар
вә ғиффәтлек
Ҡурсаланы мине иртә
көҙ — һулыуҙан.

Һеҙгә бағлап китап асам,
эй, сабыйҙар,
Урап-урап килә икән
заманалар,
Был тормоштоң аманатын,
ауырлығын
Һеҙҙең иңгә бер һалмаһа,
бер һалырҙар...

Ҡайнай йылға, яна урман —
өтә заман,
«Ҡыҙыл китап» ҡотҡаралмай —
көтә ҡаза...
Замандашым тоя бөгөн
рухи сарсау,
Һеҙгә арнап, кешеләрем,
китап асам!