Килеп инсе

Көнөн-төнөн һинең өсөн
Ишектәрем асыҡ була.
Бына-бына килерһең тип,
Күңелемдә өмөт тулай.

Һине көтөп, йөрәгемдең
Бик-йоҙағын асыҡ тотам.
Тик барыбер, мин бармаһам,
Килмәҫеңде асыҡ тоям.

Асыҡ тоям…
Үҙем һаман
Ишегемде асып ҡуям.
Ишек асыҡ торған һайын
Йөрәгемде баҫып ҡуям…

Килеп инсе, әй изге йән!
Шикләнеүҙән бушанайым.
Килеп инсе!
Был донъяла
Һөйөү барға ышанайым!..
Килеп инсе!