Кешеләр!

Кешеләр!
Ҡайсаҡта һеҙ ниңә бәғерһеҙ,
Кесегә — әҙәпһеҙ,
Олоға — ҡәҙерһеҙ?
Кемгә ни зыяндыр — йәшәһәк йәберһеҙ,
Булмаймы ни тороп золомһоҙ, мәкерһеҙ?..

Йәшәйбеҙ — хәс өңдә,
хәл-әхүәл белешмәй,
Йәшереп бәләне,
шатлыҡты бүлешмәй,
Һәр кем үҙ алдына —
йотом һыу бирешмәй.
Йәшәйбеҙ бикләнеп,
күршегә йөрөшмәй...

Йәнлектең йәнлеге,
нәҫелен үҙ күреп,
Бер-берен терелтеп
алалар йән өрөп...
Әҙәмдең бәғзеһе,
берәүһе йән биреп
Ятһа ла, ашыҡмаҫ,
китһен, тип, йән инеп...