Кешеләр!
Һеҙ — диңгеҙ ишеләр.
Ярһыуҙа мин һеҙҙе оҡшатам
Диңгеҙгә.
Тик һеҙҙең ҡөҙрәткә
Океан да тиңһеҙ ҙә!
Кеше бит, теләһә,
Даръялар шаулата сүллектә;
Йылғаны бора ул кирегә,
Баҡсаға әйләнә сүплектәр...
Эй диңгеҙ!
Һин — кеше ише лә.
Ярһыһаң —ҡаялар ишелә...
Ә кеше уйынан —
Миллион йыл ятҡан
Ҡатламдар тишелә,
Ут сере сиселә,
Киң ғаләм киселә...
Һоҡлан, диңгеҙ,
Кешегә!