Кендегемде ураҡ киҫкән ер

Әсәй мине иген баҫыуында
Табып алған көлтә төбөнән.
Ҡысҡырырға иткән табышына
Тик шатлыҡтан яҙған теленән.

Кендегемде ураҡ менән киҫкән
Күрше инәй — уңған Төңөлдөк.
— Малайың бар, Фәрхиямал килен,
Ярҙамсылар тыуа, шөкөр, һөйөн!
Бирһен хоҙай алда еңеллек.

«Ярҙамсы»һын әсәй ҡыҫып тотоп,
Ҡайтып киткән, көлтә бәйләмәй.
«Ушиб» тигән үгеҙ арба тартҡан,
Яңы кешене лә шәйләмәй.

Туҡ башаҡтар ғына юл ситендә
Баш эйгәндәр, емгә тулышып.
«Сынығып үҫ, балам!» — тиеп далам,
Өргән миңә эҫе һулышын.

Ҡайнар ҡояш,
Ҡылтыр арба, көлтә —
Тәүге бүләк тыуған көнөмә,
Минең һөрән ҡырҙы яңғыратҡан,
Йомрандарҙы ҡыуған өңөнә.

Ер тәғәмен ейһен, тиеп, әсәм,
Сәйнәп бойҙай һуты ҡаптырған.
Үҙ ризығым —
Көлтә бойҙай менән
Яҙған миңә өйгә ҡайтырға.

Сепрәк аша бойҙай һутын һурып,
Илай-йырлай арба көйөнә,
Ҡайтҡанмын мин!
Бер ир бала артҡан
Алмашҡа тип һалдат өйөндә...

Көлтәләрем — тыуған көндәремме? –
Күҙ алдымдан үтә — иҫкән ел.
Башҡайымды эйәм,
Эй бағыусым, -
Кендегемде ураҡ киҫкән ер!

1998.