Кемгә кәрәк минең был яҙғандар?

Кемгә кәрәк минең был яҙғандар? —
Шиғыр яҙыу тамаҡ туйҙырмай.
«Бөгөн түгел икән, киләсәктә
Кәрәк булыр» һүҙе — уйҙырма.

Һәр замандың була үҙ йырҙары,
Үҙ ҡануны, үҙенең ҡайғыһы...
Минең яҙғандарҙан
Рухи аҙыҡ
Табыр быуындарҙың ҡайһыһы?..

Боҙҙар яуа...
Көлөп тора ҡояш...
Һәр нәмәне ерем үҙ итә.
Яҙайымсы.
Йәнде иретергә
Ҡай ваҡытта тик бер һүҙ етә.