Ҡайындар туйы

 

Ай, Уралдың хозур үҙәне,

Үҙәнендә булыр үләне.

Үҫә генә булыр шау ҡайын,

Үҙән буйлап уҙам таң ҡалып.

 

Ҡайҙа ҡарағусҡыл шыршылар,

Баҫыр ине һаҡҡа, шырпылай;

Әллә ҡайҙа суҡлы еректәр,

Мамыҡ шәлле ялбыр тирәктәр...

 

Шау ҡайындан бөтә тирә-яҡ,

Йәшлек хыялымдай яҡтыра.

Ап-аҡ һындар алды тирәләп,

— Туй барамы?.. — торам аптырап.

 

Сулпы-суҡтар һәлмәк бәүелә,

Киленсәкте әйҙәп биләнгә.

Ҡайындарҙың дәртле көйөнән

Түҙмәй төшөп китәм бейергә,

Уранам да йәшел еләнгә...

 

Балтигемдең шыршы шырлығы,

Сабыр йәнле ҡарағайҙарым,

Көтөгөҙсө, зинһар, бер аҙға,

Күрәйемсе ҡайын туйҙарын!

 

...Ай, Уралдың яҡты үҙәне,

Үҙәнендә булды күргәнем:

Баш әйләнә  ҡайын  туйында...

Туйға йәнә килеү уйымда.