Ҡайттым әле...

Ут алырға ҡайттым тыуған яҡҡа,

Ут һүрелә төшкәс йөрәктә,

Утһыҙ йәшәп булмай алыҫтарҙа,

Кеше мохтаж рухи терәккә.

 

Ҡот алырға ҡайттым туғандарҙан,

Ҡотһоҙ булып киткәс донъялар.

Ҡот ҡойоуҙы хәҙер оноттолар...

Ҡот урынына…  ҡотороҡ ҡоялар.

 

Йот замандар әл дә артта ҡалды,

Алға елгән өсөн тормоштар.

Ялҡауҙарҙың ғына юлдарына

Хәйерселек тоҙаҡ ҡормошта.

 

Егәрлеләр бөгөн ең һыҙғанған,

Көсө ташып бара беләктә,

Сиктән ашҡан дингеҙ-иҡтисадта

Батып ҡалмау тигән теләктә.

 

Йыр тыңларға ҡайттым далаларға,

Һыҙғырмайҙар ҡылған, йомрандар,

Яҡташтарым ҡыуан елгә ҡаршы

Һыуһаҡлағыстарын ҡорғандар.

 

Моң тыңларға ҡайттым урмандарға,

Шырлыҡтағы төпкөл ауылда,

Бәлки, сәсән-йырау Мөхәмәдйән

Мөнәжәтен көйләр, аят уҡыр,

Тарих бәйән итер ялында.

 

Йәш яҡташым!

Донъя яңғыратып

Һыҙҙырт Сәйфулланың ҡурайын,

Албырғаған компьютерлы заман

Тыңлаһын сал моңдо турайып...

 

Ҡоҙоҡтары ҡороған далаларға

Килде һыуы, янды газы ла,

Йырлай ялтыр асфальт юлдары ла…

Ерем елә гүйә яҙына…

 

Әммә...

Иҫкелектән —

Эскелектән —

Йәшәр ауыл ҡасан ҡотолоп?

Күңел өшөгәндәй —

Ҡай бер өйҙә

Утҡынаһы бар ҙа, ҡото юҡ.

 

Һынамаҡта, ҡурҡытмаҡта беҙҙе

Туфан һыуы, дауыл, яуындар...

Ни мәғәнә, әгәр минең йыр ҙа

Күмелеп ҡалһа заман шауында?..

 

Яңы дәүер ергә шифа бөрккән,

Тыуған яғым киткән ҡотайып.

Дала йөҙө тағы йәшәрһен, тим,

Беҙҙән ут һәм йәндән ҡот  алып.

 

Мин ышанам:

Заман шауҡымынан

Кешем айныр, бер мәл ҡотолор.

Борондарҙан йәнгә йылы биргән

Ут та яныр,

Ҡот та ҡот булыр.

 

2005.