Ҡайтарайыҡ күлде!

Бынан байтаҡ йылдар элек мин, Асылыкүлдә булып ҡайтҡандан һуң, был тәбиғәт ҡомартҡыһы хаҡында һоҡланыу шиғырҙары яҙғайным.

Әле бына "Истоки" гәзите көтмәгәндә йөрәк һыҙлндырыр күңелһеҙ хәбәр алып килде: Асылыкүлгә һәләкәт янай! Ул һуңғы бер-ике йылда ғына 8 метрға тартылған! Йәйге айҙарҙа күл буйына көн һайын унар мең машина килә, ял итергә теләүселәр һанын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Күл кибә, ҡот осҡос бысратыла. Уның  һыуы хәҙер үтә күренмәле түгел, ә бик ныҡ буръяҡланған. Яр буйҙары ҡый-һай, сүп-сар, тиҙ серемәй торған пластик һауыттар, полиэтилен тоҡтар, һөйәктәр, ашамлыҡ ҡалдыҡтары менән тулған. Был ниндәй гонаһ шомлоғо?! Киреһенсә - күлдәребеҙ һаҡланырға, ҡурсаулыҡҡа алынырға тейеш тәбаһа?! Ҡайҙа закон? Ҡайҙа Асылыкүлде һаҡларға, тәртип булдырырға бурыслы ойошма (учреждение) етәкселәре, егерҙар, ҡарауылсылар?!

Бөтә был һорауҙарға "Истоки" гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре Светлана Ғафурова һәм уның менән бергә Асылыкүл яҙмышы өсөн борсолған юлдаштары ла яуап эҙләй. Әммә яуаптар ҙа юҡ, яуаплы кешеләр ҙә осрамаған уларға күл буйында.

Хөрмәтле ватандаштар! Әгәр еребеҙҙә Асылыкүл кеүек боронғо һәм гүзәл тәбиғәт ҡомартҡыларыбыҙ һаҡланһын тиһәк, уны яҡлрға бергәләп күтәреләйек, Асылыкүл кеүек бүтән күлдәребеҙҙе, башҡа тарихи, мәҙәни һәм тәбиғәт хазиналарыбыҙҙы ла һаҡлап алып ҡалайыҡ! Юғиһә, юғалтҡас иларбыҙҙа, әммә һуң булыр.

Кеше өсөн экология йылы һәр йыл булырға тейеш! Ер - бөтәбеҙҙең дә уртаҡ йортобоҙ бит. Йәмәғәтселеккә, хөкүмәтебеҙгә мөрәжәғәт итәйек. Бөтә халыҡ белһен өсөн экологик акция иғлан итәйек. Ер-һыуыбыҙҙы юҡ итергә юл ҡуймайыҡ, туғандар!

Һүҙемде Асылыкүлдәге һуңғы хәлдәр айҡанлы яҙған күңелһеҙ шиғырым менән тамамлайым.

 

Үлмәһен Асылыкүл!..

Эй, кешеләр!

Ниңә генә инде

Йәнегеҙҙе баҫа ғәмһеҙлек?!

Бөгөн һеҙҙең рәхәт сигеүегеҙ

Күлгә генәме ни йәмһеҙлек?

Ник кәртә юҡ икән вәхшиҙәргә? -

Бысрат, ҡыйрат, ҡыйла, хслыҡ ҡыл!..

Йыртҡыс йәндәр менән йәшәмәҫкә

Шиңә,

           кибә,

                     үлә Асылыкүл!..

Таш бәғерле әҙәмдәрҙе күреп,

Аяма һис, күңел, асырған!

Ҡырғын илткәс улар Асылыкүлгә,

Килмәһендәр күңел асырға!

 

Заятүләк менән Һыуһылыуҙы

Булдымы икән һинең күргәнең

Күрерһең, тик башта һаҡлаш, яҡлаш! -

Асылыкүл берүк үлмәһен!

 

Яҡынайтыр Ахрызаманды ла

Бәндәләрҙең бындай аҙмышы...

Төшөрмәйек золом Асылыкүлгә -

Арал дингеҙенең яҙмышын!

 

27.10.2013