Каруанһарай

 

Ырымбурҙың далаһында

Ата-бабам  мәсет  һалған,

Ерен  һаҡлап,  динен  яҡлап,

Хәләл тире, ҡаны тамған.

Каруанһарай!  Ҡалам хайран:

Ҡара төндә һин — бер ялҡын,

Иманға һәм уяулыҡҡа

Саҡыраһың башҡорт халҡын.

Манараңдың балҡыуҙары

Аҡ далала маяҡ кеүек,

Таратаһың хаҡ нурыңды

Күңелдәргә  мая кеүек.

Каруанһарай!.. Сахраларҙан

Тауышыңды ишетәбеҙ,

Моңдарыңды,  уй-зарыңды

Рухыбыҙға иш итәбеҙ.

Каруанһарай!.. Башҡортомдоң

Изге йорто, туҡталҡаһы.

Һин ҡыйралһаң — ил сайҡалыр,

Тамырымда  туҡтар  ҡаным!..

Каруанһарай! Ҡалам хайран:

Ҡара төндә һин — бер ялҡын,

Иманға һәм уяулыҡҡа

Саҡыраһың башҡорт халҡын...

Саҡыраһың башҡорт халҡын!..