Эт өрә — каруан кисә.
Халыҡ мәҡәле.
1
Алыҫ илдән, зиннәт артып,
Ашыҡмайса каруан килә.
Сүллектәрҙә ҡом бураны
Ҡаршы ала —
Каруан кисә.
Сәхрәләрҙә киң даръялар
ташып ята —
Каруан кисә.
Урмандарҙа юлбаҫарҙар
аңдып ҡарай —
Каруан кисә.
Урамдарҙа алабайҙар
Һаулап ҡала —
Каруан кисә...
2
Сиктәр аша ғали бер йән
Ике илде ыҙғыштырмаҡ,
Ялғандарға нигеҙләнеп,
Араларҙы боҙоштормаҡ;
Булмағанды булды, тиеп,
Юҡты барға әүештермәк;
Дошмандың һәр орған ташын
Аш-табышҡа тәүештермәк;
Асыҡ ҡулды, тура һүҙҙе,
Ҡырын һаплап, кәүештермәк;
Үҙ еренең бар мәғдәнен
Капиталға ҡауыштырмаҡ;
Мөмкин булһа, илен һатып,
Дуҫ-иште лә алыштырмаҡ...
Аҡсарлаҡтар, сырылдашып,
Баҫырмы һуң тулҡын дауын?
Аҡсарлаҡтар шымыу менән
Баҫыламы диңгеҙ шауы?..
3
Елдәр иҫә, ҡомдар өйә,
Ә юлсылар барыбер үтә.
Аҡсарлаҡтар сырылдаша —
Диңгеҙ олпат: ярһый, таша.
Кемдер берәү таяҡ тыға
Барған Тарих ҡулсаһына.
Таяҡ һына,
Заман елә,
Түгел яҙмыш ыңғайына.
Эттәр өрә —
Каруан йөрөй,
Каруан кисә, каруан кисә...