Ҡаратау тотҡоно

Башҡортостандың халыҡ шағиры
Рәми Ғариповтың яҡты иҫтәлегенә
бағышлайым

“Ете төн уртаһы...
Ә мин, бер үҙем,
Шундай танылған
Һәм яңғыҙ,
Иҫ киткес яңғыҙым,
Мөңгөрләп мең көйҙө,
Ҡайтам төрмәмә...
Мин бөттөм иң ҙур эшемде!..
Рәми Ғарипов.
1968 йыл.”

I.Инеш

Шымып ҡалған шомло Ҡаратауҙай
Мин айҡашҡан донъя — рухиәт.
Ул — бөйөк сер,
хыялы етмәгәнгә,
Ул — киҙеү, сир,
булһаң бахыр йән.

Ҡарайым да ҡартлас Ҡаратауға,
Ғәйрәт ҡайта, малай, ҡурҡыта,
Был түгел бит минең Мәмбәт тауым,
Йәки Тураттағы Ҡурғытау…

Тау — тау инде.
Ҡабартһа ла һыртын,
Әллә нимәһе лә юҡ кеүек.
Шомо ғына бер аҙ уйға һала,
Ҡолаҡтарҙа шыйлай уҡ кеүек.

Гел дөмһәргән төпһөҙ ҡараш менән
Айбандыра йәнде Ҡаратау.
Тайшандырып ҡуя һуҡмағыңдан,
Сорнағандай тәнде ҡара ау.

Һирәктәргә төшә — тауҙы аңлау,
Йөрәклеләр эше — тау ашыу.
Тауға килһәң,
ҡалдыр үс-нәфрәтең
Хилаф булыр тауҙа даулашыу.

Менеү — бер хәл,
Күтәрелдең — төштөң,
Ә һин йәшәп ҡара тауҙарҙа!
Тау менән дыу килеп,
яғалашып,
Еңеп ҡара бәйге-яуҙарҙа!..

Һәр кемдең дә була “ҡаратауы” —
Үҙ убаһы, үҙенең аршыны,
Үҙен тоя күктең түбәһендә,
Күнеккәнгә көн дә артылып.

Һәр кемдең дә булмай Ҡаратауы —
Күтәрерлек рухын күктәргә,
Шул бейектән
уның сере асылыр
Күңел күҙе күргән күптәргә...

Ҡаратауҙан яуа ҡот, изгелек
Күрә белһәң генә хәстәрен,
Урабыҙ бит уның битләүенән
Олатайҙарҙың борон сәскәнен.

Ышанғандар шуға:
Тауҙан, имеш,
Нур һирпелә, йылы ишелә,
Ҡаратауға менһәң,
йоға, имеш,
Тотҡон булыу хисе кешегә...

Унда, тиҙәр,
һаман йәшәй, имеш,
Ҡаратауҙың сәйер тотҡоно,
Тәүәккәлдәр генә күрә, имеш,
Усағының һүнмәҫ осҡонон.

Йырлағанда тотҡон төндә, имеш,
Тыңлана, ти, тау ҙа,
тау шыма.
Йөрәклеләр генә түҙә, имеш,
Уның һағышына, тауышына...

Ҡаратауға барам — әруахтарға,
Ашып булһа үркәс ташына.
Таштарынан табан теленгәндә
Шомға бата күңелем,
бошона...

II. Ҡайтыу

Уйҙар, уйҙар...
Юлдай оҙон уйҙар,
Сырмағандай үшән поезды,
Алып оса улар әллә ҡайҙа,
Биләп бар донъяңды, вайымды...

Был уйҙарҙан тамам алйып,
Рәми
Тыңлай-тыңлай илаҡ ямғырҙы,
Урынынан сығып, оҙаҡ-оҙаҡ
Төтөн менән ыҫлай тамбурҙы.

“Әгәр миңә
Ерҙә
ер юҡ икән,
Ҡаратауым мине үҙ итер,
Ситкә типмәҫ әле, һыйындырыр,
Ҡурғауылы итер, күҙ итер...

Һайрар ҡоштоң
әгәр
өнөн тығып,
Эҙләһәләр йырҙың йыртығын,
Йәнебеҙҙе
мәңге
йәлсетмәбеҙ,
Ҡотаймаҫ та ғәзиз йортобоҙ...”

Бер аҡланы үҙен:
Был аҙымы
Раҫлаясаҡ бер саҡ хаҡлығын.
Бер йыуатты:
Илһам шишмәләре
Көтә уны зарығып, атлығып!..

* * *

Өфө-Карпашау юлдары
Ҡыҫҡарғандан ҡыҫҡара.
Тәгәрмәстәр менән ярышып,
Рәми һамаҡлап бара:
“Ҡаратауым, күҙ ҡарам,
Мин һиңә ҡайтып барам...”

* * *

Шатлыҡ сикһеҙ —
Тойоп үҙен бикһеҙ,
Тыуған ерҙән атлап үтеүе,
Әсәйеңә килеп һыйынғандай,
Ергә ятып күҙ йәш түгеүе...

Ҡаратауҙың менеп үркәсенә,
Баҫып маяҡ кеүек — иң кәме! —
Һөйөнөсөн
илгә
һөрәнләне:
— Ҡа-ра-та-уым!..
Ҡайт-тым мин, — Рә-ми!..

* * *

Тыуған яҡҡа, Йүрүҙәнгә, ҡайтып,
Ҡыуыш ҡороп шишмә буйында,
Ҡаратауға арҡа терәп ятты
Рәми
яңғыҙ
бер йәй буйына.

Ҡаратауҙан иҫкән әсе елдә
Ҡара урман шомло шаулаһа,
Әйтер ине шағир:
“Тыуған ерҙең
Һәр миҙгеле матур, аңлаһаң!”

Ятты көн-төн уҡып,
Яҡты быҙлаҡ,
Яҙҙы табаҡ-табаҡ шиғырҙар.
Ҡоштар уға ғына моңдар түгә,
Урман уға тарих шыбырлай...

Онотолорға, тип, аулаҡ эҙләп,
Баҫырға, тип, күңел ғазабын,
Сумды тағы урман ҡосағына,
Уйлап тормай хәлдең аҙағын.

Уйлап торғас, шағир була, тиме,
Үлсәп баҫҡас һәр бер аҙымын,
Ниндәй рух була, ти, урап үтһә
Даръяларҙың хәтәр ағымын?!

Ашты хыял иткән бейеклеккә,
Асты серле, сихри донъяны,
Ҡунды Ҡаратауҙың үркәсендә,
Тапты илһам бирер улъяны.

Урманда ул — Урман эйәһендәй,
Йүрүҙәндә — хас Һыу батшаһы,
Ҡаратауҙа — ҡойған Тау эйәһе,
Ҡырайман ул — менһә ҡашҡаһын...
(Яҙып тормайым да башҡаһын!..)

Йүрүҙәндә генә йөҙмәне ул,
Тормошта ла йөҙҙө ирәйеп,
Ирене ул халыҡ араһында,
Ил хәсрәте менән сирләне.

Ҡаратауҙың ҡара урмандарын
Йырып үтте Рәми аҙамай,
Өфөләргә барып, күп йорттарға
Инә алмай ҡайтты аҙамат.

Йәмғиәттең ауыр ишектәре
Бикле ине шағир алдында,
Бәғзе ерҙә
балсыҡты ла хатта
Белмәнеләр айыра алтындан...

* * *

Үҙең теләп тотҡон булып йәшәү
Еңел булғанмы ни Рәмигә?
Үҙ көсөнә артҡан ышанысы,
Ярһыуҙары бер аҙ кәмегән.

Балаларын, Надюшаһын һағынып,
Нисә атылып сыҡҡан ҡыуыштан!?
Айҡап Өфө, Мәскәү тарафтарын
Ымһындырғыс уйҙар ҡыуышҡан.

Тик ниндәйҙер сәйер бер көс менән
Тартып ятҡан уны Ҡаратау,
Ҡарттар әйткән:
“Сихыр ебәрә тау
Үҙ күргәндәй йәнгә ҡарата...”

III. Рәмиҙең Ҡаратауға асылғаны:

— Ҡарт Ҡаратау!
Һинән аҡыллыраҡ,
Сабырыраҡ юҡтыр донъяла!
Һиңә ҡайтһам,
ҡайтам уйсанланып,
Түҙемһеҙлегемдән оялам.

Бына тағы ҡайттым инде һиңә...
Һиңә ҡайтмай ҡайҙа барайым?..
Әллә ниндәй булып китте тормош,
Һинән кәңәш, аҡыл һорайым.

Бер кемде лә әле килмәй күргем.
Ярһыуыма теҙген — яңғыҙлыҡ.
Һирәгәйә бара дуҫ тигәндәр,
Сығып киттем шуға ҡаңғырып.

Ҡояш аҫтында ла, ил өҫтөндә
Мин үҙемә урын тапмайым.
Әллә мин ят телдә фекерләйем,
Бер кем күңеленә ятмайым...

“Халҡым теле миңә — хаҡлыҡ теле, —
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!...”
.............................................
“Хас дошмандар әле сиктәр аша
Хөр халҡыма күпме таш сөймәҫ.
Батшаларға башын эймәгәнде,
Башҡаларға башҡорт баш эймәҫ!..”

Ошоларға инде ҡаҙалдылар!
Миндә синфи дошман таптылар,
Күмәкләшеп талап ташланылар,
Ауыҙымды шундуҡ яптылар:
“— Бер Рәмиме телдең поборнигы?!.”
“— Ул ғынамы телдең һаҡсыһы?!”
“— Телде телгә ҡаршы ҡуйыу бит был!”
“— Башҡортостан — дуҫлыҡ баҡсаһы!..

Ә мин, һармаҡ,
Ошо әһелдәргә
Әҫәремде бирәм баҫырға!
Улар иһә әҙер
һине шунда
Баш-тояғың менән һатырға!
Мин уларға әҙер бер сәп инем,
Үс алырға йәтеш сәбәп ине
Ҡәләмемде тартып алырға,
Утыҙ ете булһа,
Күҙ ҙә йоммай
Стенаға терәп атырға!..

Ниндәй ғәйеп?! —
Барлыҡ теләгәнем:
Балам
минең телдә
уҡыһын!
Башҡорт рухлы азат рәссам булып,
Уралымдың төҫлө таштарынан
Шундай туҡымаһын туҡыһын:
Ваҡыт һынауында уңмай торған,
Иҫкермәй ҙә, янмай, туҙмай торған,
Һүрелмәҫлек сағыу нурҙан торған,
Һоҡланып та ҡарап туймай торған! —
Бөйөк әҫәр яҙһын — туҡыһын!..

Пушкин күргән телһеҙ башҡорт кеүек
Халҡым һаман телһеҙ ҡалһынмы?!
Салауаттар, Бабич, Мортазиндар
Шуның өсөн башын һалдымы?

Иле юҡтың ғына теле юҡ, тип,
Бар донъяға шуны фаш итәм,
Ғүмер-ғүмер халҡым фажиғәһе —
Ул минең дә иң ҙур фажиғәм!

Иле юҡтың ғына ирке юҡ бит, —
Мин хаҡлыҡҡа ғына баш эйәм.
Илдә халҡым үҙ Илен һағынһа —
Ул минең дә иң ҙур фажиғәм!..

Милләт өсөн янған һайын минең
Яманатым сыҡты — “милләтсе”...
Эй заманым!
Оңҡот бәндәләрҙең
Баштарын Һин зинһар, елләтсе!

Күрәһең, мин дан көрәшсе түгел,
Алышымды инде ослармын.
Еңеп булмаҫ түбән йәнлеләрҙе,
Кисер, илем, Башҡортостаным!

“Ҡара ерек”!
Йырлы Йүрүҙәнкәй!
Серле, хыялый, ҡырыҫ Ҡаратау!
Йәшәүҙе мин бары һеҙҙә тойҙом,
Мин бит һеҙҙе үлеп яратам!..

Тик...
тормоштан ғына
тамам туйҙым,
Аҡ ябыуҙы
тот та
кәфен ит!..
Китабымдың
һуңғы битен
яҙҙым...
Инәкәйем,
мине ғәфү ит!..

IV. Ҡаратауҙың Рәмигә яуаплағаны:

— Ни әйтәйем, Уғлан, был һүҙеңә?..
Хәлең, күрәм, ҡара томандай.
Әммә Йүрүҙән дә,
томан тимәй,
Аға ана, аға, йыбанмай.

Мин хөкөмдар түгел әҙәмдәргә...
Бер Тәңренең шулдыр ҡушыуы:
Һеҙ — тупраҡтан яралғандар — тейеш
Көн итергә барға хушһынып.
Бар есемгә, йәнле-йәнһеҙгә лә
Әҙәм балалары яҫҡына.
Беҙгә Тәңре үҙе тәҡдир иткән
Ятырға тип аяҡ аҫтында.
Беҙ ятабыҙ.
Терлек үрсетәбеҙ.
Үҫтерәбеҙ. Яҡлап ҡалабыҙ...
Мәлдәр була: бәғзе бәндәләрҙән
Нахаҡҡа ла ҡарғыш алабыҙ.

Һәр нәмәнең була үҙ ниәте.
Тәғәйенләнеше. Булмышы.
Һинеке — йыр.
Һиңә ныҡ төшәсәк
Йәнеңә — көс,
үс,
әр тулышып.

Йырлы йәнең — йәннәт гөлө кеүек,
Йәрәхәтләнергә тора гел.
Еңел булмаҫ ҡалған ғүмерең дә —
Яҙған тәҡдир юлың тура гел.

Дауаларың бары бында һинең,
Сит яҡтарҙан эҙләп йөҙәмә.
Ҡанат киргән ерең
Һинең өсөн
Ожмахтарҙан былай өҙөлә.

Һәр рәнйешкә,
Гонаһ шомлоғона
Борсомайбыҙ иллә Тәңрене.
Барыһы ла үтә.
Һин дә, Уғлан,
Йәшә, баҫ та миңә әрнеүең...

Ваҡыт — Оло Табип.
Оһол табып,
Үҙ юнеңде бында үҙең күр.
Уяларҙы, армыттарҙы ҡыҙыр.
Тормош ҡайнай, уҙа...
Һүҙем шул...

V. Ҡаратауҙа ғәрәсәт ҡупҡаны

Ҡаратауҙы айҡап, тетрәтеп,
Үтеп бара хәтәр ғәрәсәт,
Йыһандан ысҡынған кирәмәт
Ҡалтырата ерҙе ғәләмәт.

Ҡотора, аһ, дауыл ҡотора,
Өй-ҡура баштарын ҡутара,
Ағас-ташты ерҙән аҡтара,
Күк йөҙө лә, ер ҙә ҡап-ҡара...

Сулпылары сыңлап килендәр
Ҡасҡан кеүек уттан-ялҡындан,
Тәлгәштәрен сөйөп баландар,
Сайҡалалар елдә ялпылдап.

Муйындарын бөгөп муйылдар,
Шаңҡып ҡалған шайтан туйынан,
Тыптыр-тыптыр яуа емеше,
Сөбөр-сөбөр аға күҙ йәше.

Эй илай ҙа сеңләй ҡайындар,
Аҡ күлдәкле наҙлы һылыуҙар,
Эйелгәндә бөҙрә баштары
Шартлап ҡуя, өҙөлә һуштары.

Ғорур баҫҡан бары имәндәр,
Ил батыры иҫән, тигәндәр,
Ҡалҡан аҫҡан, торҡа кейгәндәр,
Ил һаҡларға күкрәк киргәндәр...

* * *

Үкһей урман.
Геүләй тауҙар.
Дауыл тынмай ҙа тынмай.
Ҡыуышында ята шағир
Көнө буйына тормай.

Ара-тирә баға күккә,
Тыңлай урман шауҙарын.
Бары китап менән генә
Баҫа эс бошоуҙарын...

Шәм дә һүнде.
Иҙеп йәнде,
Уйҙар урала, китмәй:

“Бындай төндә
Йылы өйҙә
Берәү ҙә һине көтмәй.
Һинең кеүек берәҙәктән
Һыуынғандыр һөйгәндәр...
Йәшен атҡан ағастар ҙа
Ҡара әләм элгәндәр...

Был афәттә кем йөрөһөн!
Этен тышҡа сығармаҫ.
Ә мин ятам Ҡаратауҙа,
Хәсрәтемә сырмалған.
Көн асылыр. Ҡояш көлөр.
Йәм инер Ҡаратауға.
Ҡалған аҡтыҡ өмөтөмә
Йән инер ҡайһы таңда?..

Уйҙарым — үткеһеҙ урман.
Ҡайғым да Ҡаратауҙай.
Тормош ниңә үгәйһетә,
Мин уны яратыуҙан?
Мин бит тормошто яратам,
Кешеләрҙе яратам!
Донъя ниңә һыртын бора,
Әйтсе шуны, Ҡаратау!?.
Бәлки, минең өлөшөмә
Шул ғүмер ҙә еткәндер?
Яҙылаһы яҙылғандыр,
Ҡаралары кипкәндер?
Эселәһе эселгәндер,
Киселәһе киселгән,
Сиселәһе сиселгәндер,
Киҫеләһе киҫелгән...
Табылаһы табылғандыр,
Янырҙайы янғандыр,
Ҡабырҙайы ҡабылғандыр,
Ҡанырҙайы ҡанғандыр...
Һөйөләһе һөйөлгәндер,
Үбеләһе үбелгән.
Көйөләһе көйөлгәндер,
Үтеләһе үтелгән...

Яралттым бары изгелек,
Ниәттәрем булды аҡ,
Намыҫымды һатманым мин,
Юлым булды туры, хаҡ.
Аңламай мине дуҫтарым,
Әллә юрый һалыша.
Минән ҡасҡан әшнәләрҙе
Ярты икмәккә алышам!..
Ҡалмағас әгәр кәрәгем,
Ерҙә йөрөү ни хәжәт?
Бындай йәшәү ҡыҙыҡмы ни?
Йәшәүем дә бер ғәжәп...

Кисер мине, туған халҡым,
Кисер мине, Тыуған ил!
Китеүем һине рәнйетһә,
Кисер инәй, тыуған ер!

Бүтән юл ҡалманы ерҙә,
Һулар һауа, атыр таң...
Ҡәҙерем дә,
Ҡәберем дә
Һиндә, ҡартлас Ҡаратау!...”

VI. Йәндең осҡаны

Ята Шағир ап-аҡ япмаларҙа.
Ҡаратауы төшә иҫенә...
Башы әйләнә морфий еҫтәренә,
Нашатырҙан тағы иҫерә...

Ҡара билле оҙон ҡурай үҫкән.
Тажы икән ялтыр быяла.
Үрмәкес ебендәй көпшә төштө.
Шунан ҡотмо уға ҡоялар?..

Палата тын.
Тып-тып, тып-тып тама
Ҡот өрөүсе дарыу тамырға.
Бөтә тәне яна.
Тамсылар ҙа
Ут өҫтәйҙер, ахыры, янғынға...

“Ҡаратауға ҡайтып, ергә ауһам,
Табыр инем дауа мең артыҡ,
“Ҡара ерек” һыуы
тамып, тамып
Йән индерер ине, моң ташып...

Ҡаратауым, ҡарый олатайым,
Ғәйрәт өҫтәр ине тәнемә.
Яҡташтарым,
йырлы Йүрүҙәнем
Сәм-дәрт йөкләр ине ғәмемә...”

“Ҡыу ҡурай”ҙан һарҡа тамырҙарға
Утлы ҡотмо, әллә ҡотло ут?..
Ҡаратауҙа
тынмаҫ “Ҡара ерек”
Тауыш бирә уға:
“Тып-тып-тып...”

* * *

“Тып, тып, тып,
тып, тып, тып,
тып, тып, тып ...”
Әллә тамсы тама,
Әллә моңдар яна,
Туҡта, Был Мәл, зинһар,
үтмәй тор!
Әллә Йыһан илай,
Әллә дауыл тулай,

Китмә, Бер Йән, зинһар,
китмәй тор!

“Тып, тып, тып,
тып, тып, тып,
тып, тып, тып ...”
Әллә тамсы тама,
Әллә йылдар яна,
Ауып килә өҫкә ҡара таң!
Әллә ярһып йырлай,
Әллә өнһөҙ илай
Һиндә һуңғы тотҡон,
Ҡаратау!...

VII. Тәбиғәттең телгә килгәне:

Йөрөнөм мин Рәми эҙҙәренән.
Йәй мәленең көҙгә елгәне...
Тын да алмай торҙом —
Ни мөғжизә! —
Тәбиғәттең телгә килгәне:

“Ҡара ерек” шишмәһенең үкһегәне:

— Тып, тып, тып ...
тып, тып, тып ...
тып, тып, тып ...
Ер-әсәнең ҡарынынан туҡланып,
Тупраҡ-таштан, һаҙ-мәтенән һутланып,
Томандарҙан, ысыҡтарҙан тутланып,
Йәшендәрҙән, рашҡы-боҙҙан хутланып,
Ай, Ҡояшҡа, йондоҙҙарға уҡталып,
Ҡаяларҙа, саҡматашта туҡталып,
Тама-тама, һарҡа-һарҡа юл ярып,
Һәр тамсымды йымылдатып, уйнатып,
Килеп сығам шулай яҡты донъяға,
Күҙҙәремдә осҡон арта, көн яна...

Әҙәми зат — бер Илаһи булғандыр,
Мин күрмәнем золом-зыян ҡылғанын;
Ҡыуыш ҡороп, ярҙарымда көн итте,
Һыуым тәмен бик яратты, үҙ итте;
Йәнлектәргә, ҡош-ҡорттарға дуҫ ине,
Ағас йәнен ҡыйыусыға үс ине;
Ашҡа-сәйгә минән генә һыу алды,
Бауыр баҫты, миңә таҡыр юл һалды...

Әҙәми зат — Моң Эйәһе булғандыр,
Ул китте лә толҡа һәм йәм юғалды;
Маҡтап йырҙар йырлағаны хәтерҙә,
Уйға батып ултырғаны хәҙерҙәй;
Ул барында йырлы ине ағышым,
Ярҙарымда баҫҡан икән һағышын;
Моңлоларҙың ҡыҫҡа икән ғүмере,
Усағының көйрәй әле күмере...

Миңә килеп, һыуым тәмләп киттеләр,
Шағир йәне осто, тиеп әйттеләр.
Һағыш баҫты, ҡамыш баҫты тынйытып,
Тырышам әле йәшәргә: “Тып, тып, тып..."
Мин бит шишмә — “Ҡара ерек”, тып, тып, тып...

“Саталы Яңғыҙ Ҡарағай”ҙың әйткәне:

— Мин яңғыҙым урман ситендәмен.
Иң тәү миңә бәрә яуындар.
Юҡ ышығым. Күндем. Яңғыҙ торам.
Сая алышамын дауылда.
Оҡшанымы ғорур яңғыҙлығым,
Маяҡ кеүек тороу төнөн дә,
Бер йәй шулай бында
Шағир ҡайтты,
Ҡыуыш ҡорҙо минең төбөмдә...

Йәшен ата яҙҙы беҙҙе бер мәл.
Саҡ-саҡ ҡалдыҡ. Тәңре һаҡланы.
Ҡыуышынан Шағир сығып баҫты.
Миңә ҡарап ҡуйҙы һоҡланып...
Яуын үткәс килде ауылдашы.
Өгөтләне өйгә ҡайтырға:
“Яңғыҙ ҡарағайҙы йәшен һуға,
Ярамаҫ ул бында ятырға...”
Көлдө бары Шағир:
“Мәрәкә лә
Тартып ятыу аҫта йәшенде.
Башта ҡаяларға һуҡты, буғай,
Беҙҙең өҫкә уты сәселде.
Беҙҙе һуҡҡас, йәшен һеҙгә теймәй,
Ә мин ҡыуышыма йәшендем.
Саталы Ҡарағай бирешмәҫ ул,
Йәшендән һуң ул ут йәшелдән!..”

Ҡараманы өгөт, өркөтөүгә,
Үҙе батыр йөрәк булған да!
Йәшендәрҙән генә йәшенергә! —
Дәрте йөрәгенән генә түгел,
Күкрәгенән ташып барғанда!..

Ҡаялағы Ҡайындың өҙгөләнгәне:

— Мин тыңланым уны төнө буйы,
Ул бер тынғыһыҙ зат ине лә.
Ҡаратауҙың менде үркәсенә,
Йонсоуына китмәй иҫе лә.
Мине яҡын күрҙе микән инде —
Миңә яҡын ятты терәлеп.
Ә юлдашын һалды ситтәнерәк,
Үҙе көлә ихлас, ирәбе:
“Минең, — тине, — Әғзәм, йоҡлағанда
Насар ғәҙәтем бар — тулайым,
Осормон да аҫҡа
Берәй ташҡа
Эленеп торормон тип уйлайым...”
Ятҡас та ул тынғы табалманы,
Табып алып ҡоро аҡ туҙҙы,
Көйрәп ятҡан усағына барып,
Тәмәкеһен нисә ҡабыҙҙы...

Ташҡа сат йәбешеп үҫеүемә
Һоҡланғанын уның күрһәгеҙ! —
“Әғзәм! Ҡара әле, шул ҡаҡ ташта
Тамырҙарын нисек үргән ул!..”

Мин ултырам һаман шул ҡаяла,
Япраҡтарым көнгә кинәнә...
Суҡтарымда сыңлай —
Киткәнендә
Шиғыр уҡығайны миңә лә!..
Ҡояш балаһына тиңләп мине
Бик ҙурланы. Күккә тейгәйнем!..
“Ҡайын һис тә ташҡа тотонмаған,
Ташты ҡоршап тора...” тигәйне.
Нисә яҙҙар уҙҙы...
Туҙым туҙҙы...
Ваҡыт ниҙе генә йыҡманы?!
Килгәндәргә йырлар йырым ҡалды:
“Арҡа терәп Шағир йоҡланы...”

“Рәми Баланы”ның һамаҡлағаны:

— Урман эсенән күсереп
Бында бит Ул ултыртты.
Һутлы тупраҡ, йомарт ҡояш
Тамырымды ҡотортто!
Йүрүҙәндең яр башында,
Ҡыуышының янында,
Эй хөрриәт! Эй үрсенем! —
Ҡайтһа хәҙер, танымаҫ!..

Рәхәтләнеп үҫеп киттем,
Яҙ күкрәп сәскә аттым,
“Рәми Баланы” тинеләр,
Сөнки Ул — Кендек Атам.
Рәхмәт уҡый миңә халыҡ,
Эй ҡотороп уңғанға!
Мин Уға рәхмәт яуҙырам,
Изгелектәр ҡылғанға...

Күп яҙҙан һуң ишетелде:
(Хаслыҡтың сос уҙмышы!)
Минең емештәрем ише
Әсе булған яҙмышы...
Шулай инде... Үрсеү — һулыу...
Кемдең ниндәй даланы...
Минең ҡалды ғүмерлеккә
Исемем — “Рәми Баланы”...

Ауҙарылған Муйылдың аҙарынғаны:

— Түгәм ергә ҡара емештәрем...
Күҙ йәшем дә бергә түгелә.
Был һыҡтауым — тәүге
Һәм һуңғыһы...
Ҡояшым да инде һүрелә.
Ни зәхмәттәр төшөп,
Бер тинтәге
Күтәрҙе бит балта билемә.
Бына хәҙер...
Һуңғы емештәрем,
Һуңғы күҙ йәштәрем — еремә...

Эйе,
Емешемдән Шағир тәмләгәйне.
Унда әле мин дә йәш инем...
“Аһ, муйылҡай — ҡара күҙкәй!..” тине,
Ә күҙҙәре тулы йәш ине.

Ни әйтергә теләгәндер инде.
Һорап булмай әҙәм телендә.
Күргәнем юҡ ине ир-ат йәшен...
Күрәм — йөрәккәйе теленә.

Йөҙө — нурһыҙ,
Ҡараш төпһөҙ ине.
Егет көйө киткән ҡартайып.
Уғаламы, тинем, берәй хәсис
Күтәргәндер ҡанлы балтаһын?..
Емешемде тик бер-ике ҡапты.
Балға тулған ғына саҡ ине,
Йән әрнеүен шәрбәт баҫамы ни?!
Уйҙары — Суҡ,
Үҙе — Саҡ ине...

Бына мин дә ... утын ағасына
Әйләнермен,
Утҡа инермен.
Минең — тәҡдир.
Ә Шағирҙы утҡа
Этәреүсе... үҙе тилерһен!..
Беҙ бит кеше өсөн яратылған.
Үҙегеҙ өсөн беҙҙе яҡлағыҙ.
Ҡанлы балта менән тапламағыҙ...
Үҙегеҙҙе, Кеше,
һаҡ...ла...ғыҙ...

Ҡаратауҙың йәнә әйткәне:

— Күп ул миңә килеп-китеүселәр,
Үткән-һүткән, мәҙәк эҙләгән,
Ә күләгә оҙаҡ ҡаплай алмай —
Болот күсә, йыһан елләһә.

Шағир иһә тыуған төйәгенә
Паҡ-саф йәне менән ҡайтты бит.
Ниәтенән таймаҫ заттан ине,
Ә замана еле ҡаты бик!..

Мин булғанмын уның йөрәгендә.
Юғалтмаған, алып йөрөгән,
Тыумышынан әсә һөтө менән,
Ата ҡаны менән һеңдергән.

Килеп инеп Хистәр донъяһына,
Уй ҡорғанда юлдар сатында,
Тотҡон булыу юлын һайланы ул,
Яныр өсөн хыял утында.

Миһырбанлы һәм ҡанатлы бала...
Ундайҙарҙың ауыр йөгөн дә
Йәндәштәре бетеү итеп таға,
Рухын
Сыраҡ итеп яға күгенә...

Уның ише Рух бөркөтөнә
Минең генә күгем тар ине.
Шул саҡта уҡ унда
Сал Уралды
Ҡоласларлыҡ ҡанат бар ине...

Ҡалдырҙы ул бында, таш егендә,
Шиғырҙары тулы дәфтәрен,
Халҡына һәм ғәзиз йәндәренә
Васыятын, йөрәк йәдкәрен.

Һаҡлайым мин Шағир аманатын
Сит-ят ҡулдан,
ут-һыу тигеҙмәй.
Ваҡыт ҡына һис бер аяу белмәй,
Уның заңы — барын тигеҙләү...

Рухы йөрөй бында,
миҙгел-миҙгел
Ишетелә йөрәк тауышы...
Ғәжәпме ни:
Айрылышыу — ғазап,
Ғазаплыраҡ — ҡабат табышыу.

VIII. Тотҡонлоҡ бәхете

Япраҡ сәйе эсеп,
Һыуһындарың
Әллә ҡанған, әллә ҡанмаған.
Ярым ас көйө лә
Ҡыуышыңда
Ҡәләмеңдән ниҙәр таммаған!..

Янғантауҙа бөгөн ҡәләмдәшең
Илһам ҡошон аулай, типтереп.
Ә һин бынан икмәк ташығанһың
Йән аҫрарлыҡ ҡына, интегеп...

Һиҙәм, остаз,
Һинең яуап әҙер:
“Маһайыр ҙа нәмә ул түгел.
Осора алдығыҙмы шоңҡарҙарҙы,
Айҡап осорҙайын ил күген?!”

Һаҡ бәндәләр беҙгә тылҡынылар:
“Уның йыры — һеҙгә йыр түгел,
Заманының Дон Кихоты ине,
Тотҡан юлы — һеҙгә юл түгел...”

Ниндәй ҙә юл әле! —
Тарлауыҡтар
Һәм упҡындар ята һағалап.
Ысын бәхет татыр өсөн кәрәк
Ҡыраздарҙы үтеү яғалап.
Күңелеңдәге китаптарҙы яғып,
Күпме усаҡтарға йән өрҙөң,
Моңдаштарың яғыр усаҡтарҙың
Күпмеһенә үҙең ҡан бирҙең?!

Дөрләп янған яңы усаҡтарҙан
Ҡаратауҙа тағы таң һыҙҙы.
Остаз, һөйөн! —
Һин яңғыҙың түгел,
Усаҡтары ҡалмай яңғыҙҙың...

Һәр кемдең дә булмай Ҡаратауы,
Тәңренән бер һиңә бүләк тә!
Ул бүләкте һатып алып булмай,
Ғүмер менән хатта түләп тә!

Булғандарҙың була Ҡаратауы —
Хаҡты ярып һалыр тәхете.
Ул тәхеттән яҙыу — иң ҙур ҡаза,
Айырылыу унан — иң ҙур яза,
Унда тотҡон булыу — бәхеттер!

Һин үҙеңде унда тотҡон итеп,
Үҙеңде бит астың асылда.
Ғазаптарҙы татығанға ғына
Изге “Ҡәҙер төнө” асыла...

IX. Һуңғы һүҙ

Ҡаратауҙа Рәми уя баҫты
Салауаттың утлы эҙенә.
Батыр рухы менән
Талпынды ул,
Осҡон алды зиһен күҙенә.

Эс серҙәрен систе Ҡаратауға,
Ташҡа яҙҙы ырып һәр һүҙен,
Йүрүҙәнгә төшөп,
Йөрәгенең
Баҫты ярһыуҙарын, әрнеүен.

Күреп шәме һүнә барғанлығын,
Йәненән гел ут-ҡот таптырҙы.
Васыятын яҙып,
Ҡаратауҙың
Ҡая-таштарына тапшырҙы.

Даны уның шанлы Ҡаратауға
Шаңдау булып ҡайтты әйләнеп.
Беҙҙең менән тере,
саф рухына
Йыр шәлкемем — сәскә бәйләме...

Ғүмерен һанар кәкүк Ҡаратауҙа,
Мең-мең йөрәктәрҙә оҙайтып,
Сихри моңо беҙҙе
Атыр быуат
Буҫағаһы аша оҙатыр...

Башҡорт рухында
Рәми йыры —
Ҡаратауы икән Уралдың,
Башҡорт теле йәшәгәндә
Рәми
Йәшәр мәңге,
һис бер юрауһыҙ!

Уралҡайым!
Һайрар ҡошоң тынһа,
Таңдарыңды йәмләр моң кәмер,
Шул саҡта бер талғын тауыш килер:
— Ҡа-ра-та-уым!
Ҡайт-тым мин, — Рә-ми!..

1997-1998.
Өфө-Янғантау,
Ҡаратау-Өфө.