Йәйәләй кирелде офоҡтар,
Шәм кеүек тоҡанды уҫаҡтар,
Алтынға мансылды ҡосаҡтар.
Саҡыра урманда усаҡтар...
Хозурлыҡ - йәннәттең үҙеме,
Шағирҙың “Болдино көҙө”мө?
Йәлләмәй төҫтәрҙе, буяуҙы
Иртәнән еремә нур яуҙы.
Ҡырҙарҙан алтын көҙ үткәне,
Тыныуҙа - ҡараса еткәне,
Ҡолаҡҡа эленде сыңдары –
Таң менән ҡараҡаҙ киткәне.
Ҡараҡаҙ ҡаурыйын ҡалдырҙы,
Ялҡыны усымды яндырҙы.
Яҙмыштың был миңә бүләге,
Әжерен йыр менән түләрмен.
Ҡараса - ҡараҡаҙ һыуығы.
Усымды яндыра ҡаурыйы.
Ҡауырһын осонан йыр тамыр.
Ҡараҡаҙ ҡайтырға юл табыр...
ноябрь, 2008.