Ҡарағайморон
1
Килеп баҫтым күкрәгеңә,
Тарих һаҡлар Ҡарағайморон!
Ерҙә һинең барлығыңды
Белмәгәнмен ниңә борон?
Вәлидиҙең үҙенең дә
Ҡайтҡанына ҡасан ғына!?
Мин дә уның бөйөклөгөн
Үҙемә саҡ асам ғына…
2
Әхмәтзәки - башҡорт башы-
Ҡарағайморонға туҡталған.
Уктай баҫҡан ҡарағайҙар .
Уйҙары алға уҡталған:
“Хакими йорт бында торор –
Ҡарағайморонда, Һаҡмарҙа.
Имен ағыр иртәләре
Бындайын да дан һаҡ барҙа!...
3
Ожмах кеүек хозур был ер
Һаҡмарҙың нәҡ бөгәлендә –
Хоҙайҙың үҙенә тиеп
Ҡалдырған ер тәңгәлендә!
Бар тирә-яҡ ус төбөндә
Ятҡан кеүек был ҡалҡыуҙан.
Пайтәхет торор нурланып,
Манаралары балҡыуҙан.
4
Аллаһ бирһә, Хоҙай ҡушһа,
Темәс оло шәһәр булыр.
Күкрәп үҫер Башҡортостан,
Уралға йән, дан, ҡот ҡуныр.
Ҡарағайморон күкрәгендә
Хакимийәт торор балҡып,
Ҡалҡан булып Ватанына,
Берләштереп башҡорт халҡын…
5
Оло Башҡортостан иле
Бар тарафта йәйрәп ятыр,
Каруан юлы бынан уҙыр,
Башҡаланың шаны артыр.
Ҡәлғә ҡорор ҡалҡыу урын –
Темәс яны Ҡарағайморон,
Идара итергә илгә,
Пайтәхетте бында ҡороп…”
6
Хәл ҡылынды.
Эш башланды.
Урал үҙе – нигеҙ ташы.
Пайтәхетте ҡороу уйы
Хыялдан ысынға ашыр,
Аллаһ бирһә.
Хоҙай ҡушһа…
2005.