Ҡанлы хәтер

Ҡанлы хәтер

 

Һуғыш ветераны Ғүмәр Ғилман

улы Ғилмановтың (1919-2007) яҡты

иҫтәлегенә.

 

Килеп  тейгән дошман  пуляһы,

Ҡанға  мансып һалдат дәфтәрен...

Ошо дәфтәр,

илле йыл үткәс,

Аҡтаралыр хәтер кәҫтәрен.

Ул дәфтәргә көнләп теркәлгән

Үткән юлдар, яуҙаш, таныштар,

Азат иткән  ауыл, ҡалалар...

Һәр  хәрефе —

тере нағыштай,

Илбаҫарға ләғнәт-ҡарғыштай...

 

Әйтерһең дә, фашист тоҫҡаған

Һалдат менән бергә дәфтәргә,

Һуғыш юлын уның юйырға,

Ҡалдырмаҫҡа бер ни хәтергә.

Һалдат — тере,

Хәтер — теремек,

Шинель — туҙыр,

Хәтер — мәңгелек.

Шуны белгән  фашист-снайпер

Дәфтәрҙе  лә алған сәп итеп...

 

Алты айға яҙыу өҙөлгән...

Аҙаҡ дәфтәргә лә йән ингән,

Йәнә һаран һүҙҙәр теҙелгән:

Госпиталдәр...

Яҡташ-белештәр...

Аяҡтағы яра ҙурлығы...

Билгә батҡан мина ярсығы...

Наградаға комбат тәҡдиме...

Еңеү көнө...

Һалдат тәҡдире...

 

Сал ветеран алып ҡулына

Шул дәфтәрен ҡарап ултыра,

Көндәлектә яҙыу тоноҡмо,

Әллә күҙҙе йәштәр тултыра...

Уның аҡҡан ҡаны яранан

Дәфтәр бите буйлап таралған.

Дәфтәр — серҙәш, яуҙаш һәм ҡандаш,

Тик яҙыуҙар бер аҙ ҡарайған...

 

«Барыһын да һаҡлап булманы...» —

Дәфтәр генә әллә аҡлана...

Ярты быуат һаман шул дәфтәр

Ҡанлы хәтер булып һаҡлана.

21.03.95.