Ҡанар турғайы йыры

Ожмах ер ине тыуған еребеҙ
Сәселдек ситкә һәммә беребеҙ
Иркенлек ине осҡан күгебеҙ
Ирекле ине осҡор көйөбөҙ

Моңло булғанға йырлы булғанға
Беҙҙе тоттолар тотҡон иттеләр
Алып киттеләр тауар иттеләр
Сауҙа иттеләр зарлы иттеләр

Беҙ алыҫ хәҙер ғәзиз ерҙәрҙән
Яҙманыҡ әле тыуған телдәрҙән
Йыр һарайымы торған өйөбөҙ
Зар ғына булғас һайрар көйөбөҙ

Беҙ йырсы тотҡон
Йырҙа юҡ осҡон
Ни бары отҡо
Юҡ асыл моңо
Тик тыуған ерҙә йәшел ярҙарҙа
Күңел тынлығы йөрәк йырҙары

Эй Ҡанар ере
Ҡанар тауҙары
Төштәргә инә йәшел ярҙарың
Яралттыңмы һин беҙҙе донъяға
Таралһын типме зарлы йырҙарың.
1989-1991.