Ҡан

«Ҡан кәрәк! Ҡан!» —
Һөрән һалып,
Егет ҡайтты, ат сәсәтеп,
Табибтар ҡан талап иткән,
Әжәл килгәс әсәгә, тип.

«Ҡан кәрәк! Ҡан!..» —
Сабыйҙы ла
Ҡотҡара ҡан,
ҡан йәшәтә.
Үлем түшәгенә ауған
Ҡарттарҙы ла ҡан йәшәртә.

«Ҡан кәрәк! Ҡан!..» —
Тревогалай
Был һүҙ аяҡҡа баҫтыра,
Ил сигендә,
Ил эсендә
Төн тип тормай ҡан таптыра.

«Ҡан кәрәк! Ҡан!» —
Яҡшы йәнме,
Яманмы ул — барыбер кәрәк,
Ҡан ҡыҙғанған,
Йән аяған
Һандин-һаяҡ, булыр һирәк.

Ҡан...
Әҙәмдең тамырҙарын
Ҡағып ағыр тере һыуҙыр,
Тәнен йылы, йәнен йырлы,
Рухын ҡотло итер нурҙыр.

«Ҡанһыҙ әҙәм!» тигән тамға
Тағылыр тик ҡотһоҙҙарға,
Таш бәғерле бәндәләргә,
Йөрәгендә утһыҙҙарға.

Бер ниндәй ят ҡан ҡотҡармаҫ,
Ҡойһалар ҙа тәнең ярып,
Аҡһа әгәр тамырыңда
Ҡотһоҙ сей ҡан — эшең харап…

«Ҡан кәрәк!..
«Ҡан!..» — тине егет,
Ат ярһытып ҡайтып юлдан.
Ҡан менән Ҡот ҡойор инем
Бәғзеләргә,
килһә ҡулдан...