Изге һын

Героик Ленинградтың

Пискарев ҡәберлегендәге әсә

һәйкәленә арнайым

 

Ҡайғы төҫлө ҡара кейем кейеп,

Әсә баҫҡан гранит ҡаяға.

Бар ғәйрәте менән уҡталған ул,

Сигенмәҫкә хатта аяға,—

Нисек сигенмәһә уландары

Утлы блокадала ҡалғанда,

Нисек алышһалар үлем аша

Тик бер «Йәшәү юлын» һалғанда,—

Шулай баҫҡан әсә.

Сал йөҙөндә

Тәрән һырҙар — һағыш эҙҙәре.

Егерме алты гектар ҡәберлекте

Берҙәй байҡап тора күҙҙәре...

Ә күк аяҙ, ә күк шундай аяҙ,

Дары төтөнө юҡ яҡында.

Ҡайғы төҫлө ҡара әсә һыны

Суйын түгел, гүйә, алтындан.

Һәм шом-тынлыҡ бында хаким түгел—

Ишетелә йәшәү тауышы:

Ана, бала бер күбәләк менән

Ҡәбер араһында ҡыуышып

Уйнап йөрөй;

Ә арыраҡ бер ҡыҙ

Һыуҙар һибә наҙлы гөлдәргә...

Күпме кеше бында!

Аңлашалар

Донъялағы бөтә телдәрҙә.

Мин һәйкәлгә бағам.

Гүйә, әсә

Беҙгә — тереләргә — ҡараған.

Сырайыңда барса әсәләрҙең

Теләге бар, байҡап ҡараһаң:

“...Тол ҡалмаһын ҡабат йәш кәләштәр,

Инде аҡмаһын ерҙә нахаҡ ҡан!...”

Йылдар уҙыр.

Ғорур был изге һын

Баҫып торор, өндәп йәшәүгә,

Һуғыш ҡорбандары ҡәберендә

Бөйөк һәйкәл булып әсәгә.