Исәт буйы

Таштарҙан ташҡа һуғылып,
Алҡынып аға Исәт.
Исәт буйҙарына сыҡ та
Ҡыҙҙар тауышын ишет.
Күҙ атҡан ҡыҙға барғанда
Юлымды бүлде Исәт.
Ярһыуҙарымды баҫалмай,
Исәтте сыҡтым кисеп.
Мөхәббәтемде осраттым
Исәт буйына төшөп.
Һөйөү ялҡынын һүндермәм,
Өшөтһәң, томан, өшөт!..
Исәт буйҙарын буйланым,
Күкшел томандар кисеп.
Һағыштарымды таратты
Йырлы, яғымлы Исәт.
Талпынып оса күңелем,
Алҡынып аға Исәт,
Һөйгән йәремде күтәреп,
Исәтте сыҡтым кисеп!..
Йәшлек хисендәй урғылып,
Алҡынып аға Исәт.
Исәт буйҙарына сыҡ та
Беҙҙең йырҙарҙы ишет!..