Иҫке яралар

Йылдар имен, әммә яугирҙарҙың

Иҫтәрендә иҫке яралар.

Тынғы бирмәй көн дә шул яралар,

Ә күпме йыл ята арала

Тынғанынан ауыр гөрһөлдәүҙең,

Бөткәненән дары еҫенең...

Нисә яҙҙы һалдат ҡаршыланы,

Сәскә еҫтәренә  иҫереп...

Шул  яралар, тынмаҫ шул яралар,

Хәтер ҡылдарына ҡағыла.

Сирек быуат үткәс, яралар ҙа

Иҫкерһә лә иҫкә алына...

 

Алыҫтағы хәтәр гөрһөлдәүҙәр

Яраларҙы тағы ҡуҙғата.

Ҡәберҙәрҙең йондоҙ-тараҡтары

Әсәләрҙең сәсен туҙғыта...

 

Зәңгәр планетамдың бер яғына

Шәмәхәләй эңер һарыла.

Ә шәреҡтән, алһыу алма булып,

Өмөт тейәп, таңдар ярала.

Һыҙылып ҡына атҡан ошо таңдан

Бары имен ауаз тарала.

Әммә бергә,

Ерҙең пульсы кеүек,

Һулҡ-һулҡ  тибә  иҫке  яралар.

Уңалһа ла инде ерем йөҙө,

Күпме йыл ятһа ла  арала,

Набат кеүек, хәтер ҡылдарына

Ҡағып  тора  иҫке  яралар.

Фронтовиктар, таңда йоҡо белмәй

Һикереп тора, әрнеү тулышып...

Тик барыбер, яраларын баҫып,

Тыңлай улар ерҙең һулышын.