Иҫке календарь

Аҡтарғанда иҫке календарҙы
Аҡтарыла һымаҡ үткәндәр,
Шытыр-шытыр килә хәтер йөйө,
Бер ҡомартҡы кейем һүткәндәй.

Ундағы һәр яҙыу:
«Оноттоң» — тип
Ҡысҡырғандай, бәғер телгәндәй,
«Беҙ бит һинең килер көндәреңә
Күпер булыр инек...» — тигәндәй.

«Ҡойоп ямғыр яуҙы...» —
Ошо көндә
Һөйгәнем күҙ йәшен түккәнме?
«Буран булды...» —
Тормош ыҙғарҙары
Үҙәгемә, ахры, үткәндер...

Өҙөлгәндәй була әллә ниҙәр
Календарҙың битен йыртҡанда.
Араларҙы өҙәм, йөрәктәге
Яраларҙың ебен ҡырҡҡандай.