Ирек йәмен тойоп

 

 

Таш юлдарҙы ярып,

Асфальт тишеп,

Йәшәү даулап сыға үләндәр.

Сыҡҡан бере, ирек йәмен тойоп,

Югереп китер кеүек биләндән.

 

Тәбиғәттең хатта үләне лә

Азатлыҡтың хаҡын белгәндәй,

Таштар ярып өҫкә күтәрелә,

Беҙ – иреклек тыуы, тигәндәй.