Илектәр

Илектәре ҡайтҡан Таналыҡҡа,
Мәмбәт тауын тағы үҙ итеп.
Ҡай берәүҙәр, бәлки, ғәжәпләнер:
“Әйттең шуны яңы һүҙ итеп…”

Миңә иһә бөтмәҫ ҙур ҡыуаныс –
Илектәрҙе күреү яңынан.
Улар йөрөр ине тупылдашып,
Бала саҡтың алыҫ таңында…

Мине эйәртеп ҡайтып килгән мәлдә
Әсәм кисен Мәмбәт тауынан,
Көтөү илек иген араһынан
Ыңғайланы туғай яғына.

Берләм дә юл ярып игенлектә
Олпат атлап бара илектәр.
Башаҡ түгел, һайлап сәскә ҡаба
Кеше йәнле һомғол кейектәр…

Тәбиғәт-ҡарт никтер шунан бире
Гел йәшерҙе гүзәл бүләген.
Илектәр бер ҡайтып, морон төртөп,
Утламаны дала үләнен.

Әле килеп, был илаһи йәндәр
Һиммәтләне тағы даланы.
Күңелендә яҡты өмөт барҙың
Арта икән бәхет-даланы.

Шул илектәр ҡыйҙы юлдарымды
Мәмбәт тауын йырлап менгәндә.
Әллә улар юлын мин ҡыйҙыммы,
Өркөттөммө утлап йөрөгәндә?

Көр илектәр саба һырт өҫтөнән,
Бер һонолоп, берсә ҡалҡынып;
Тояҡтарын мансып ал шәфәҡҡә,
Шәүләләре йөҙә талпынып…

Мин һөйөнәм бары, далам, һиңә
Юғалған бер йәмең ҡайтҡанға.
Шуға бөгөн
Ватансыллыҡ сәме,
Йәшәүемдең ғәме артҡандай!